Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 196-сы күҙәтеүем: "Балаларың эт һуғарһа..."

"Ир менән ҡатын бер-береһенә күҙҙәр менән ҡулдар һымаҡ кәрәкле булырға тейеш: ҡулдар ауыртҡанда — күҙҙәр илай, күҙҙәр илағанда ҡулдар уның йәшен һөртә". Япон халҡының тағы бер нисә мәҡәл-әйтемен сайтыбыҙҙан уҡығыҙ.

"Ямандың дуҫы булғансы, яҡшының дошманы булғаның мең артыҡ..."
"Өҫкә күтәрелергә ныҡ теләгән кеше баҫҡыс уйлап таба..."
"Ҡояш өсөн хаҡлылар йә хаҡ булмағандар юҡ: ул барыһына ла маҡсатһыҙ нурын бер тигеҙ ебәрә..."
"Ҡайғы ул йыртыҡ күлдәк һымаҡ, уны өйҙә ҡалдырырға кәрәк..."
"Түшәктә ятыусы ғына эләгеп ҡоламай..."
"Бер тапҡыр кәрәк булһа ла, ҡылысың һәр ваҡыт билеңдә булһын..."
"Ата-әсәйҙәр эшләгән саҡта балалары эт һуғарһа, ейән-ейәнсәрҙәре хәйер һорашыр..."
Читайте нас: