Беҙҙең яҡта күҙ тейеүҙе (күҙегеүҙе) "һоғо тейгән" тип тә әйтәләр. Бында, әлбиттә, һүҙ "һоҡланыу" тураһында бара. Кешенең аураһын, чакраларын өйрәнеүсе белгестәр был осраҡта һоҡланыу энергияһы аураны тишеп үтә, шунан унда бысраҡ энергия тулып, кеше ауырый башлай, ти. Ҡурҡыу энергияһы ла шулай уҡ, ҡапыл ҡурҡҡан кешенең ҡото алына. Тимәк кешегә һоҡланырға, уны ҡурҡытырға һәм йәлләргә ярамай. Сәбәптәре шулай уйланыла: маҡтау, һоҡланыу һәр кемгә оҡшай, шуға күрә кеше һаҡланыу сараһы күрмәй. Күпселек осраҡта ҡурҡытыу ҡапыл булғас, кеше уға әҙерләнеп өлгөрмәй.
Хәҙер инде йәлләүгә килеп еттек. Йәлләү хәлендә ҡалған йәки үҙен йәлләтергә теләгән кеше үҙен һаҡлаусы, яҡлаусы был ғәмәлде статусын күтәрергә йүнәлтелгән аҙым тип ҡабул итеүе арҡаһында һаҡланмай һәм йәлләү энергияһы уның аураһын "сағып ала". Эйе, сағып ала. Нимә генә тимә, урыҫ телендәге "жалость" һүҙенең нигеҙендә лә "жало" йәки "ҡаяу" ята...