Башҡорт дәүләт педагогия институтының 6-сы ятағының данлыҡлы 906-сы бүлмәһендә уҙған сираттағы "шиғыр кисә"лә архитектор дуҫыбыҙ Нияз Мәһәҙиев беҙгә ошоноң һымаҡ күп кенә бер юллыҡ шиғырҙарын тәҡдим итте. Бүлмәләшебеҙ Әбйәлил егете Радик Өмөтҡужиндың Нефть институтында уҡыған класташы Вәхит Суфиянов алып килде Ниязды. Беҙҙе аптыратҡаны шул булды: Нияз үҙен шундай итеп ҡуйҙы, гүйә, әллә ҡасандан алып бергә йәшәп йәшәп ятҡандайбыҙ, бер институтта уҡып йөрөгәндәйбеҙ. Етмәһә, бер туҡтауһыҙ идея-фекерҙәре яуып ҡына тора. Мейене кипятильник менән ҡайнатып сығарғандай. Шул саҡта Ниязға шундай билдәләмә уйлап сығарҙыҡ: "Нияз это не явление, а стихийное бедствие. С ним бесполезно бороться. Его надо просто пережить..."
...Артабан яҙмыш мине Нияз менән тағы ла 3 тапҡыр ҙур кимәлдә осраштырҙы. Уҡып бөткәс, мин Баймаҡ район гәзитендә хеҙмәт иттем, яҡташым Нияз райсоветҡа архитектор булып ҡайтты. Гөллирә Исхаҡова, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк, Фәнил Әбделмәнов әҙәби донъяла гөр килештек. Мине армияға алдылар, ҡайтыуыма Нияз Өфөлә "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләп йөрөй, мин "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарында хеҙмәт иттем, ә ул артабан "Йәшлек" гәзитендә, "Аманат"журналында баш мөхәррир. Һуңғыһы — әлеге "Ағиҙел" журналында бергә эшләгән ерҙән ул баҡыйлыҡҡа күсте.
Идеялар генераторы булды Нияз. Әле беҙ компьютер хаҡында ишетеп кенә белгән саҡта уҡ "Аманат" журналының баш мөхәррир бүлмәһендә комп торҙо. Ҡалала йәшәүсе башҡорт балалары килеп яңы техниканы үҙләштерҙе, уйнаны. Журналды заманса, ҡала балаларына ла ярашлы итеп дизайн менән биҙәүҙе лә Нияз башлап ебәрҙе. "Комсомольская правда" в Башкортостане" гәзитен сығарыуҙы яйға һалыуҙа ла ҡатнашты дуҫыбыҙ. Ҡыҫҡаһы, башында ҡайнап торған идеялары һәр ваҡыт уның аяғына тынғылыҡ бирмәне...
Нияз Бикйән улының вафатына бөгөн 7 көн. Дуҫыбыҙҙың ҡырҡы тулғанда уның хаҡындағы тулы мәҡәләне республика гәзиттәренең береһендә уҡырһығыҙ, дуҫтар!