70-кә етеп барыуына ҡарамаҫтан ни өсөн һаман да өйләнмәй йөрөүен шулай аңлатты ул. Йәш сағында бер тапҡыр өйләнеп ҡараған ул. Рәсәй сәхнәһенең билдәле эстрада йырсыһы Валерий Леонтьвтан да бар тапҡыр ни өсөн өйләнмәүе хаҡында һорағайнылар, ул: "Йәш саҡта өйләнеп ҡараным. Ундай хатам булды..." — тип яуаплағайны. Беҙҙең ағай иһә "автопилот" булыуын шулай аңлата: ул барыһын да Хоҙайға тапшырған, йәғни яҙмыш уны үҙенән-үҙе кемдер менән ҡауыштырырға тейеш. Әгәр ҙә ҡауыштырмай икән, тимәк Хоҙай уға яңғыҙ йәшәргә ҡуша. Тик Уның "сәбәп ҡыл" тигән бойороғо ла бар бит әле. Ағайыбыҙ 80-90 йәшкә етә башлаһа, "автопилот" системаһынан сығып, рулен борорға уйлар ҙа ул, тик көсө етерме?