...Ҡосаҡлашып, күрештек. Сәбәп юҡтан сәбәп табып, хахылдашып көлөштөк. Онотолоп киткәнбеҙ, светофорҙың ҡыҙыл уты ҡабынды. Дуҫыбыҙ хушлашты ла, машинаһына йүгерҙе. Тик кабинаһының ишеге автоматик рәүештә бикләнеп өлгөргән. Двигателе эшләп ултыра. Байтаҡ ҡына ара булһа ла, өйөнә ҡайтып, запас асҡысын алып килде. Һуңынан күрешкән саҡта: "Күрәһең, Хоҙай бер аҙ йәйәү йөрөп алһын был, тип иҫкәртәлер", — тигән булды.
Райман шул машинаһында аварияға осрап һәләк булды. Ул руль артына сағыштырмаса һуңыраҡ ултырҙы. Ҡала урамы буйлап йәйәү китеп барғаныңды күрһә, яныңа туҡтап, ай-вайыңа ҡарамайса, китеп барған ереңә алып барыр ине. Арғымаҡҡа атланғандай йөрөнө. Барыһына ла өлгөрөп ҡалырға теләгәндәй...
Бөгөн мәшһүр йырсыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Сәйәх улы Ишбаевтың тыуыуына 60 йыл. Ҡайһы ваҡыт шулай ҙа уйлап ҡуям: вафат булған айында машинаһын ҡуйып тороп, йәйәү йөрөгән булһамы. Улай тиһәң, тәҡдир!