Гордеев шулай ти:
– Эйе! Әммә мин үләндәрҙе парашют менән сағыштырырға яратам. Йә, әйтегеҙ, парашют барыһына ла ярҙам итәме? Эйе, тик ул үҙ мәлендә асылһа. Әгәр ҙә ергә бер метр ҡалғанда асылһа, ул ниндәй генә сифатлы булмаһын, кешене һаҡлай алмаясаҡ. Дарыу үләндәре лә шулай уҡ. Үләндәрҙе кеше запас көстәре бар саҡта уҡ ҡулланырға тейеш. Бер мәл миңә бер ҡатынды алып килделәр. Эйе, күтәреп алып килделәр. Мин уның ҡан тамырын тотоп ҡараным һәм үле икәнлеген генә раҫланым. Бындай осраҡта бер ниндәй ҙә үлән ярҙам итмәйәсәк.