Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 189-сы күҙәтеүем: "Арғымаҡ" феномены..."

2 мартта Дәүләт концерт залында "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң концерты аншлаг менән үтте. Ике сәғәткә һуҙылған тамашанан һуң берәү ҙә гардеробҡа йүгерергә ашыҡманы, 15 минут самаһы егеттәрҙе аяғүрә тәбрикләне. Төркөмдөң бындай уңышының сере нимәлә? Шул турала фекер йөрөтәйек...

Йөҙҙәргә ҡарағанда, тамашаға килеүселәрҙең яртыһынан күберәге башҡорт милләтле булһа, ҡалғандары башҡа милләт вәкилдәре ине. Кешенең аң төбөндә (подсознание) өс мең йыллыҡ мәғлүмәт һаҡлана тиҙәр. Минең ҡарамаҡҡа, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө үҙенең берәүгә лә оҡшамаған сығышы менән шундай тәрәнлектәге аңды, ваҡытлыса булһа ла, "өҫкә" сығарыуға өлгәшә алды, булһа кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, иң боронғо уйын ҡоралдары дөңгөр, барабан, ҡурай синтезы ярҙам итте. Тамашаға килеүселәр бер мәлгә булһа ла, үҙҙәренең бер ата менән бер әсәнән — Әҙәм менән Һауанан (Йәнбирҙе менән Йәнбикәнән) икәнлектәрен иҫкә төшөрҙө, буғай...


Читайте нас: