Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 188-се күҙәтеүем: "Ашарға ултырған һайын..."

"Юлдаш" радиоһы егеттәре "Башҡорт ғаиләһе көнө" уңайынан ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Бала сағым иҫкә килеп төштө. Атайыбыҙҙың беҙгә әйтер һүҙе, кәңәше, бирер һабағы булһа, һәр ваҡыт ашарға ултырыр алдынан быны атҡарыр ине. Ни өсөн фәҡәт шул саҡта быны эшләне икән...

Хәҙер генә аңлайым уны. Уның кинәйәләп тә, мәрәкәләп тә, мәтриләп тә биргән һабаҡтары иҫкә төшә. Ашарға ултырған һайын. Кеше ризыҡ ҡабул итмәйенсә йәшәй алмай. Тимәк ул һис юғы ашарға ултырған һайын үҙенең кәңәштәрен иҫкә төшөрөүебеҙҙе күҙ уңында тотҡан. Биш ваҡыт намаҙҙың әһәмиәте бына ҡайҙа икән, туғандар...






Читайте нас: