Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 187-се күҙәтеүем: "Репетиторлыҡ кәрәкме?"

Мәктәптәрҙе 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсереү өсөн 6 көнгә иҫәпләнгән программаны үҙгәртергә тура килеүе ихтимал. Был хәл үҙ нәүбәтендә репетиторлыҡтың да артыуына килтермәҫме...

"Ағиҙел"дең быйылғы 2-се һанында иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаевҡа "Һеҙҙең тыуған ауылығыҙ Йомаш фән эшмәкәрҙәре, ғалимдар, фән докторҙары, әҙиптәр менән данлыҡлы. Йомаш ауылының ошо феноменының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?" тигән һорау биргәйнем. Ул: "Йомаш мәктәбендә беҙ уҡыған осорҙа иҫ китмәле юғары кешелек һәм профессиональ кимәлле уҡытыусылар уҡытты...мин уларҙы аҙаҡ вуздарҙа уҡытҡан профессорҙарҙан юғарыраҡ итеп күрһәткәйнем..."— тип яуапланы. Бында аңлатма артыҡтыр тип иҫәпләйем. Һығымталарым шундай:

Әгәр ҙә дәүләт программаһы буйынса билдәләнгән дәрестәрҙә уҡытыусы балаларға белемде биреп еткермәйенсә, репетиторлыҡ менән шөғөлләнә икән, бында ике сәбәп күҙаллана:

– уҡыу программалары, дәрестәр һаны сифатлы белем алыуға мөмкинлек бирмәй;

– шәхси фактор, йәғни уҡытыусы үҙенең хеҙмәте өсөн түләп еткерелмәгән аҡсаны ошо юл менән алырға мәжбүр.

Әгәр ҙә "Репетиторлыҡ кәрәкме?" тигән һорау ҡуйылһа, түбәндәгесә яуап бирергә мөмкин булыр ине: Дәүләт программалары буйынса бүленгән дәрестәрҙә уҡыусылар белемде тейешле кимәлдә алһа, уҡытыусының хеҙмәте тейешенсә баһаланһа, уҡытыусылар дәрестәрҙән тыш ваҡытта был эш менән булышыр инеме икән?

Әгәр ҙә мин яңылышам икән, төҙәтегеҙ...
Читайте нас: