Шөкөр. Быйылғы ҡыш һалҡын да, ҡарлы ла. Яҙға табан бурандар ҙа көслө. Ә буран нисек барлыҡҡа килә һуң? Ябай һорау: бының өсөн көслө ел һәм ҡар ғына кәрәк. Мәктәптәге география дәрестәренә таянып елдең ҡояш нурының ергә табан хәрәкәтенән барлыҡҡа килеүен иҫкә төшөрһәк, бер үк ваҡытта күктән яуған ҡарҙы ҡыштың һаман да үҙ көсөндә ҡалырға ынтылышын таныуы ауыр түгел. Тап ошо рәүешле ҡыш менән яҙ, йылы менән һыуыҡ, йәшлек менән ҡартлыҡ тартҡылаша.