Үткән шәмбелә ауылда яңғыҙ йәшәгән бер апай менән һөйләшеп киттек. Апай пенсияла, осон-осҡа ялғап саҡ йәшәй, пенсияһы газ, электр энергияһы һ.б. өсөн түләүҙәрҙән артмай. Ауыл хакимиәте ниндәйҙер дөйөм мәнфәғәт өсөн аҡса йыя, апай түләй алмай, уға: "Әгәр ҙә аҡса бирмәһәң, үлгәндән һуң ауыл зыяратында һиңә урын булмай", – тип әйткәндәр. Бер саҡ уйынлы-ысынлы итеп: "Егеттәр, ауылға ҡайтып үләйек, ауылға ҡайтып үлеү — выгодно. Туғандарың һинең өсөн түләүле булмаясаҡ..." — тип шаяртҡайным. Өлгөрмәнек, капитализм ауылға ла барып еткән икән...