Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 183-сө күҙәтеүем: "Илдар Туймаҡаев вафат булған..."

Илдар Туймаҡаев вафат булған. Тормош һәм ижад энергияһы, башында идея-фекерҙәре ҡайнап торған Илдарҙың баҡыйлыҡҡа күсеүе хаҡындағы хәбәргә бөтөнләй ышанып булмай. Барыбыҙҙы ла аптыратыр өсөн ниндәйҙер бер сираттағы әкәмәт уйлап тапҡан кеүек...

Әммә үлем хаҡындағы хәбәр яңылыш булмай шул. Бер саҡ нисек рәсем төшөрөүе хаҡындағы һорашҡайным, ул: "Ҡәләмемде ҡағыҙға терәйем дә, мейемде һүндерәм. Шунан аҫҡы аңымда (аң төбө) нимә бар, шуларҙы ҡағыҙға һыҙмаҡлай башлайым. Мин рәссам түгел, аҫҡы аңым ижадсы, мин унда булғанды төшөрөүсе генә..."


Күпкә өлкән булһа ла, һәр ваҡыт уға исеме менән өндәштек, сөнки ул үҙен һәр ваҡыт егеттәрсә, башҡалар менән тиң тотто. Рәссам булыуҙан тыш шағир ҙа ине ул. Шиғырҙарында ла ул, үҙе әйтмешләй, "аҫҡы аңындағын" яҙа ине, буғай. Тик үҙенсә генә йәшәне, транспортҡа ултырмай, Өфө урамы буйлап йәйәү йөрөнө, үҙенсә һүрәт төшөрҙө, үҙенсә шиғырҙар яҙҙы. Үҙе булып ҡалды. Башҡалар һалған юлды үҙ итмәне. Ҡасандыр "Йәшлек" гәзитендә эскелеккә ҡаршы яҙылған бер мәҡәләһенән өҙөк: "Магазин тулы араҡы, алкоголиктар армияһы миллион – эстрада кимәле түбән төшкән һайын эскелек көсәйә бара. Эстрада ғына түгел, бөтә сәнғәтте солғап алды шул ауырыу. Тимәк, илдә эскелекте бөтөрөр өсөн сәнғәттең кимәлен күтәрергә кәрәк..."

Читайте нас: