...ысынлап, дөп-дөрөҫ итеп йәшәп китеп булмай. Кемгәлер оҡшарға тырышам, кәрәкле урында кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтәм. Чехов дөрөҫ: беҙ — актерҙар. Уны дауам итеп шуны ла өҫтәмәксемен: репетиция кеүек был донъя. Премьера — тегендә. Ни өсөн ысынлап йәшәп китеп булмағанын да йәшәй-йәшәй аңланым: был донъя һағым (иллюзия) ғына, мин әле тыумағанмын. Күрәһең, әҙәм балаһы мәңгелек донъяға ғына тыуалыр ул...