Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 181-се күҙәтеүем: "Тыйыуҙар — тыйылыуҙар"

Бигерәк тә совет осоронда йәмәғәтселек урындарында, урамдарҙа, биналарҙа граждандарҙы тыйыусы яҙмалар була торғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле һаман да эленеп тора. Шуларға ҡарап эпиграммалар маташтырғайным...

"Посторонним вход воспрещен!"

Сит-яттарға инеү тыйылған,

Беҙҙекеләр бында йыйылған...


"Дверью не хлопать!"

"Шап" итеп япмағыҙ,

Шәп итеп ябығыҙ!


"Минздрав предупреждает: курение опасно для вашего здоровья!"

Тартырға ла ярамай,

Эсергә лә ярамай!

Тартмағас та, эсмәгәс тә

Йәшәргә лә ярамай!


"Во время движения запрещается разговаривать с водителем!"

Башҡорт ҡыҙы тырамвайсы,—

Һүҙ ҡушырға ярамай!

"Һаумыһығыҙ!" тием уға,

Ярамайға ҡарамай...


"Не влезай убьет!"

Үрелмә — үлемгә!


"Не ходить! Газон засеян!"

Ат башындай яҙыу тора

Беҙҙең оло баҫыуҙа:

"Был ерҙәргә хужа хәҙер

Әрмән Газон Засеян!"
Читайте нас: