Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 180-се күҙәтеүем: "Тәрән йылғалар ғына шарламай..."

Ҡорҙашым Әхәт Мортазин менән яҡын дуҫ та булманыҡ, бер-беребеҙҙән артыҡ алыҫ та йөрөмәнек. Мин һәр ваҡыт уның бер сифатына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та, ҡайһы саҡ аптырап та ҡарай торғайным...

Иң тәүҙә Әхәттең тауышын радио аша ишеттем. Студент сағында уҡ ул унда эшләй башланы. Аҙаҡ ҡәләмдәш дуҫтарым Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр йәшәгән дөйөм ятаҡҡа барғанда таныштыҡ. Беҙ, егеттәр, ижад, шиғриәт, донъя, сәйәсәт тураһында ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәргә биреләбеҙ, ҡайһы ваҡыт ҡыҙып китеп, бер-беребеҙгә ҡаты ғына итеп әйткеләшеп тә, йоҙроҡ уйнатып та алабыҙ, асыу сығарабыҙ һ.б. Был сағында инде Әхәт дуҫыбыҙ үҙен тып-тыныс, тип-тигеҙ тота, эмоцияларға ла бирелмәй, һалҡын аҡыл менән эш итә, тауышына ла тойғоларын сығармай, ҡыҫҡаһы, "Олимп тыныслығы" һаҡлай.

Ысынлап та, ул замандың, унан һуңғы осорҙоң йөрәктәргә һыймаҫ
яныуҙарын нисек итеп йотоп, үҙен тыныс тота алды икән Әхәт? Һуңынан
Башҡортостан радиоһында бергә эшләп йөрөнөк. Мин уның тексты ҡулына алғандан
һуң эфирға сығыр алдынан нисек итеп әҙерләнгәнен, текст өҫтөндә ниндәй
фиҙаҡәрлек менән әҙерләнгәнен күҙәтеп, һоҡландым. Бөгөн килеп, уны юғалтҡас ҡына күп кенә
аңлауҙар килә: тәрән йылғалар ғына шарламай аға. Һиллек, тыныс тормош, күпте
күргән халҡыбыҙ тауышы, халҡыбыҙ аһәңе бар ине Әхәттең күкрәгендә. Тик тулы
һыулы шул йылғаның сөңгөлдәрендә, ятыуҙарында ҡайнаған тулҡындарҙы Әхәт үҙе
генә тойған, үҙе генә кисергән. Уның баҡыйлыҡҡа иртә күсеүе лә шул
яныуҙарынан...
Читайте нас: