Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 179-сы күҙәтеүем: "Баймаҡ кулибиндары"
"Мотоцикл менән һыу ташыйҙар, Хатта көтөүен дә көтәләр...", тип яҙғайны уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғарипов. Беҙ, мәҫәлән, етмешенсе йылдарҙа тиҫтерҙәребеҙ Сәмиғулла Нәүширбанов, Хәйҙәр Ғәйетбаев, Рәйес Түләк менән ауылыбыҙҙа лампалы тапшырғыс эшләп, сымһыҙ-ниһеҙ телефон бәйләнеше булдырҙыҡ, йәғни тәүге кеҫә телефондарын эшләнек. Беренсе Этҡолдан Урал ағай Аралбаев өйөнөң ҡыйығына өйөрөлтмәкле генератор ҡуйып, йортон тәьмин итерлек автоном электр станцияһы әтмәләһә, Байыш ауылынан бер олатай ағастан пианино яһап уйнаны, атайым аэросана яһап йөрөнө. Бындай миҫалдар һәр тарафта ла бихисап. Ә бына беҙҙең редакцияға ебәрелгән видео геройҙарына килгәндә инде, хәйер, ҡалғанын үҙегеҙ сайтта ҡарағыҙ...