Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 177-се күҙәтеүем: "Күреп ятам"

Атаһы Мәхмүт хаҡындағы лаҡапҡа әүерелгән был ваҡиғаны миңә шағир Буранбай Исҡужин һөйләгәйне...

Буранбайҙың тыуған ауылы Байыш данлыҡлы Йылайыр совхозының бер бүлексәһе булып, унда йәшелсә баҡсаһы бар икән. Баҡсаны кәртәләп алып, уртаһына будка әтмәләп, атаһы Мәхмүтте ҡарауылсы итеп ҡуйғандар. Ҡыяр, кишер урлаусы ауылдың малайҙары көнө-төнө тын да алдырмайҙар икән. Олатай уларҙың килгәнен һағалап күпмелер ваҡыт этләнгәндән һуң, барыһына ла ҡул һелтәп, будкаға инеп ятып, тәүлек әйләнәһенә: "Күреп ятам, тайт, теймәгеҙ!" — тип ҡысҡыра башлаған. Әмәле килеп сыҡҡан: ҡоттары алынған малайҙар баҡсаға бөтөнләй килмәҫ булған. Уның ҡарауы, ҡарауылсы күңел төшөнкөлөгенә бирелеп, баҡса янынан үтеп барыусы малайҙарҙы үҙе саҡырып индереп ҡуйындырына ҡыяр, кишер тултырып ҡайтара башлаған. "Ниндәйҙер аҙым яһаһам, һәр ваҡыт атайымдың зыяраттан "Күреп ятам..." тип ҡысҡырған тауышын ишеткәндәй булам..."тип һүҙен тамамланы Буранбай дуҫым.
Буранбай ҙа атаһы янына барып ятты. Беҙҙе күреп яталармы икән?
Читайте нас: