Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 175-се күҙәтеүем: "Киреһе менән иҫбатлау"

Шундай һоҡланғыс кешеләр була. Әммә улар үҙ асылын оҫта йәшереүе арҡаһында беҙ уларҙы белмәйбеҙ ҙә. Күрмәйбеҙ ҙә. Беләм мин шундай бер нескә затты. Ул, кемдер бәләгә тарыһа, ете төн уртаһында булһа ла, таш яуһа ла, һуңғы тинен, һуҙып уға ярҙамға ташланырға әҙер. Аралашҡан саҡта уның бер сәйер сифатын астым: үҙе хаҡында насар тәьҫир ҡалдырырға тырыша. Сәнскәк кеүек. Кесерткән шикелле. Янынан йүгереп ҡасҡы килә.

Һуңынан ғына аңланым: ул шул рәүешле үҙенең асылын йәшерә, һаҡлана икән. Тормош уға шундай һабаҡ биргән. Фәндә был күренеш "киреһе менән иҫбатлау" ("доказательство от противного") тип атала. Классик миҫал. Бер ғәйепһеҙ кешене язаларға булғандар. Яза сығарыусылар уның алдына "үлем", "йәшәү" тип яҙылған ике ҡағыҙ һалып, әмәлен үҙенә һайларға ҡушҡан. Тере ҡалыу мөмкинлеге ҡалмаһын өсөн ҡағыҙҙарҙың икеһенә лә "үлем" тип яҙғандар. Был хаҡта белеп ҡалыусы дуҫтары язаланыусыға мәкер ҡоролоуын хәбәр иткән. Ғәйепһеҙ ҡағыҙҙарҙың береһен алған һәм язанан ҡотолған. Нисек тип уйлайһығыҙ? Эйе, ул ҡағыҙҙы ашаған. Язалаусылар бының киреһен иҫбат итә алмаған...
Читайте нас: