Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 174-се күҙәтеүем: "Шоңҡарҙар ни өсөн сыбар?"

Роберт Байымовтың "Сыбар шоңҡар" романы баҫылғас, ағай-эне араһында: "Шоңҡар бит сыбар булмай", — тип әйтеүселәр ҙә булды. Эйе, улар ултырған саҡта бер төҫтә, фәҡәт осҡанда ғына сыбарлыҡтары беленә. Сөнки шоңҡарҙың ҡанат аҫтары аҡ була. Авторҙың романда әйтергә теләгән фекере лә шуға ҡайтып ҡала: Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге милләтебеҙ шоңҡарҙары Октябрь инҡилабы йылдарында илебеҙ өҫтөндә шыҡыйып, көрәшеп, республикабыҙҙы төҙөгәндәр. Ойоҫҡотоп ҡар яуғанда күренекле әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева һәйкәле янынан үткәндә туҡталып ҡалдым...

Фотоға ҡарағыҙ ҙа, үҙегеҙ барыһын да аңларһығыҙ. Ел-дауыл ҡуптымы, буран сыҡтымы — барыбыҙ ҙа Салауатбыҙ. Тәбиғәт Зәйнәб апайға Салауаттың ҡамсат бүркен кейҙереп ҡуйған.
Читайте нас: