Элегерәк ололар йылғаны шаптырлатып кисеп йөрөүеңде күрһәләр, бармаҡ янап тыя торғайнылар. Шулай уҡ йыуынғыстан шабырлатып һыу ағыҙып йыуыныу ҙа, шапылдатып ашау ҙа, эште ашығыс рәүештә “шап-шоп” башҡарыу ҙа оло яҙыҡ һаналды. Ир-ат өсөн баҫҡан ерҙән тороп кесе ярауҙы башҡарыу ҙа ярамаған ғәмәл иҫәпләнгән, ундай ир-атҡа ата-әсәләрҙең үҙ ҡыҙҙарын кәләшлеккә биреүҙән баш тартыуға бәйле яҙмалар ҙа һаҡланған. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”китабының “Ауылдағы йәйге каникулдар” тигән бүлегендә был йәһәттән атаһының ниндәй тәрбиә биреүе хаҡында яҙып үтә.
Ҡыҫҡаһы, бындай тыйыу күп осраҡта һыуҙы исрафлауҙан киҫәтеү булараҡ аңлашылһа, шаптырлаған йә шабырлаған, шапылдап ашаған, “шап-шоп”эш башҡарған саҡта яңғыраған “ш” өнө менән нимәне саҡырыуҙы аңлауы ҡыйын түгел. Эйе, тап шулай – шайтан саҡырыу! Мин бына хатта был турала яҙған саҡта ла, тегеләр ишетеп ҡалмаһын ине, тип борсолам.
Шарлауыҡтар шарлағанда ла, йылға шәп аҡҡанда ла шундай уҡ тауыш сығара бит, тип әйтер берәү. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, әммә уларын бит Хоҙай бар иткән...