Ағиҙел
-1 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
10 Ғинуар 2019, 14:10
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 172-се күҙәтеүем: "Башҡорт ҡыҙҙары феномены"
Ҡыҙҙарыбыҙ йыл һайын ҡыуандырып ҡына тора. Былтыр "Рәсәй" каналында барған "Синяя птица" телевизион конкурсында Учалынан Ләйсән Золотарева илебеҙ халҡын һоҡландырһа, быйыл 1-се каналда барған "Голос" проектында Ауырғазынан Рушана Вәлиева ҡатнашып, таң ҡалдырҙы. Быға тиклем шул уҡ "Голос-дети" проектында Салауат районынан Наҙгөл Отузова менән НТВ каналы үткәргән "Ты супер!" проектында Әбйәлилдән Зарема Шәйхетдинова еңеүҙәр яуланы. Был күренеште "Үҙәк каналдарҙың башҡорт ҡыҙҙары феномены" тип тә атарға мөмкин булыр ине. Ысынлап та, Наҙгөл Отузова сығыш яһағас, жюри ағзаһы билдәле йырсы Валерий Меладзе был осраҡта йөҙ тапҡыр хаҡлы: ысынлап та, беҙҙә "һауалар башҡасараҡ..." Урынлы һорау тыуа: ир-аттарыбыҙ яулар үрҙәргә ни өсөн һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өлгәшә ала һуң? Бик ҡатмарлы һорау. Уға яуап бирер өсөн тарих фәндәре кандидаты, профессор, антрополог Ринат Йосоповтоң ғилми хеҙмәттәрен өйрәнергә кәрәк булыр ине. Бер генә һөйләм менән әйткәндә, ғалимдың күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрендәге был тәңгәлдәге һығымтаһы шулай яңғырай: милләтебеҙ генофондын күп меңләгән йылдар буйына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һаҡлап килә. Ҡыҙҙарыбыҙҙың һуңғы йылдарҙағы уңыштары хаҡында бер нисә видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде