Ысынында иһә 2019 йыл Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуған йылынан башлап иҫәпләнгән йылдар хисабының бер баҫҡысы ғына. Һижри календары буйынса иҫәпләһәк — (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күсеү ваҡытынан башлап) 1439-1440 йылдар. Боронғо атай-олатайҙарыбыҙ мәсәғүттәр, пассагеттар, иссагеттар йәшәгән беҙҙең эраға тиклемге осорҙо ҡайҙа ҡуябыҙ? Әҙәм пәйғәмбәр йәшәгән дәүер ҡайҙа? Ҡыҫҡаһы, йылдар менән иҫәпләнгән ваҡыт теҙмәһе үтә лә шартлы төшөнсә. Әгәр ҙә инде аң-һыҙат юлы (цивилизация) юҫығынан сығып ҡараһаҡ, технократия шауҡымына бирелгән кешелек, киреһенсә, тарих төпкөлөнә табан бара кеүек —0001-се йылға табан...
Шуға күрә киләсәккә ҡараш ташлап, уны күреп булмайҙыр ул. Был — Хоҙай Тәғәләнең эше. Киләсәкте яҡтыртып ҡына булалыр. "Киләсәкте яҡтыртыр өсөн үткәндең көлөнән ҡуҙ эҙләйем" тигән тажик яҙыусыһы Саҙритдин Айни. Мин иһә киләсәгебеҙгә фотолағы кеүек кенә ҡарайым. Йәҙрә йыртып үткән ярыҡ аша.