...урынымды бесәй балалары алған. Һуйҙайышып ятҡандар ҙа, төшөргә уйламайҙар ҙа. Ҡатыраҡ ҡыланғайным, әсәләре килеп етә һалды. Ул балаларын ҡурсалап, күҙҙәремә тура ҡарап үҙ дәғүәләрен белдерҙе: йәнәһе, ҡағылаһы булма...
Уйға ҡалдым. Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, бесәй заты Ергә сама менән 12 миллион йыл элек килгән, тәүге кешенең Ер шарына аяҡ баҫыуына 100 мең йыл да үтмәгән. Кем килмешәк була инде? Бесәйҙәр, күрәһең, был хаҡта белә, шуға күрә үҙ дәрәжәләрен белеп диванда һуйҙайып яталыр. Улай ғына ла түгел, ашарға һорайҙар, бирмәһәң, талап итәләр.
Ысынлап та, ҡасандыр ҡырағай бесәйҙәрҙе ҡулға эйәләштереү һөҙөмтәһендә кешеләр араһына килеп ингән был йәндәр күптән инде Ергә ҡулайлашыу (адаптация) осорон үткән. Улар ни йөҙ метр бейеклектән ҡолап төшһә лә, бер ни булмағандай тороп йүгерә. Беҙ иһә тайып ҡолап та аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы һындырып хитланабыҙ.