Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер күҙәтеүем. 165-се күҙәтеүем: “Йөрәге менән йырланы...”

2006 йылдың октябре. “Киске Өфө”гәзитендә эшләп йөрөйөм. Командировкаға юлландыҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһына етеп барғанда телефоным шылтыраны. Раймандың тауышы: –Һаумы, Әхмәр, һин ҡайҙа? Миңә срочно Мостай Кәримдең бер шиғыр тексын табырға ине...

Сибай башҡорт драма театрының билдәле артисы, үҙешмәкәр композитор Хисмәтулла Дәүләтов Мостай Кәримдең нәҡ шул шиғырына йыр яҙғайны. Райман миңә ул көндө Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһында Яңы йыл тапшырыуын яҙған саҡта шылтыратҡан икән. Ятҡа белә инем. “Мин ҡабаттан тыуыр булһам...” тип башланған шиғырҙы телефон аша әйтеп яҙҙырҙым. Үкенескә күрә Райман дуҫыбыҙ 2007 йылды ҡаршылай алманы, тап бөгөнгө көн, 2006 йылдың 5 декабрендә фажиғәле рәүештә вафат булды. Яңы йыл тапшырыуында яңғыраны ул йыр:

Мин ҡабаттан тыуыр булһам,

Шишмә булып тыуыр инем.

Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына

Аяғыңды йыуыр инем...
Уның хаҡында мәҡәләм "Щоңҡар" журналының быйылғы 12-се һанында баҫыла.
Читайте нас: