Сөнки беҙҙең төбәктә “аш” һүҙенең дөйөм әҙәби телдәге “табын”, “мәжлес” варианттарынан тыш тағы ла айырым төр аш-һыуҙы (блюданы!) аңлатҡан синонимдары бар. Әйтәйек, бишбармаҡ, туҡмас, һалма. Тимәк был осраҡта беҙ кемделер ҡунаҡҡа саҡырыр булһаҡ: “Беҙгә Ҡөрьән бишбармағына, туҡмасына йә һалмаһына килегеҙ”, - тип әйтергә тейеш булабыҙ. Беҙҙә иһә: “Беҙгә аятҡа килегеҙ”, – тип саҡыралар. Мин бында, беҙҙә шулай һөйләшкәстәр башҡалар дөрөҫ әйтмәй, беҙҙеке генә дөрөҫ, тип әйтергә йыйынмайым. Шулай ҙа “Ҡөрьән ашы” тигән һүҙбәйләнеш беҙҙең төбәк кешеһенең ҡолағын ярып ингән кеүек.