Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер күҙәтеүем. 161-се күҙәтеүем: “ХХ БЫУАТ БУРАНБАЙЫ КЕМ УЛ?”

ХХ быуат Буранбайы кем ул? ХХ быуат афәте – Гитлер фашизмының, Сталин режимының шәхесте юҡҡа сығарыуға ҡоролған сәйәсәте ҡыҫымдарынан үҙ-үҙенә бикләнергә, Уралтау төпкөлдәренә һыйынырға мәжбүр булған Биғылый ул.


Танылған яҙыусы Спартак Илъясовтың романы буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған спектакль премьераһын ҡараған һәр кем тап Биктимер Йомағолов – Биғылый йөҙөндә ХХ быуат Буранбайын танығандыр, тип уйлайым. Биғылый тап Уралтауында үҙенең күңеленә тыныслыҡ таба, рухы мәңге азат булып ҡала.

Роман буйынса инсценировканы шағирә Гүзәл Ғәлиева яҙған, ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов. Биғылый ролен Илнур Атйетәров башҡара.
Читайте нас: