Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 158-се күҙәтеүем: "Сәйет, афарин! Мәрҙәс!"

Кисә Сәйет Билаловтың концертына барып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттым. Шуныһы мөһим: уны тыңлағанда битараф ҡалып булмай, йөрәк моңоноң сөңгөлөндә тарих ауазын да, мәңгелек һағышҡа сорналып үрһәләнгән күңелде лә тояһың.

Өҫтәүенә, тик хәйбуллаларға ғына хас булған күркәм сифаты — башҡалар алдында уңайһыҙлана белеүе (был йәһәттән Сәйет бала сағында малайлыҡта йөрөгән уҡытыусыһы, моң остазы, дуҫым Камил Илембәтовҡа ныҡ оҡшаған!!!), башҡаларға ихтирамлы һәм иғтибарлы, кешелекле һәм кеселекле булыуы йырҙарының тәбиғи яңғырашын бар итә.
Тәрән моңоң, шуның өҫтәүенә илаһи булмышың менән хайран иттең, Сәйет! Афарин! Мәрҙәс! Тик бер генә теләгем дә бар: беҙҙең ауылға концерт менән барһаң, Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев, Камил Илембәтов репертуарынан халыҡ йырҙарын да башҡар, йәме? Сөнки беҙҙең ауылда тик халыҡ йырын башҡарыу ғына йырлай белеүгә иҫәпләнә!


Читайте нас: