Ваҡиға Расих ағайҙың бала сағында була. Бер көндө колхоз бригадаһында әбйәшник (объездчик) булып эшләүсе Буранбаев Ғилман олатай ауылдың бер осонда һыбай килә ята. Буденныйҙыҡы һымаҡ мыйыҡтары ла бар үҙенең. Шул саҡ Расих ағайҙың күршеһе мәрәкәсел Үтәбаев Мөбәрәк олатай шул тирәлә уйнап йөрөүсе малайҙарға:
-Ана, Ғилман ҡарт килә ята. Хәҙер генә урамға сығып теҙелеп баҫығыҙ ҙа, ыштанығыҙҙы төшөрөп, уға честь биреп ҡалығыҙ. Шулай итмәһәгеҙ, хәҙер малығыҙҙы алып барып бикләп ҡуя ла, әпсәгеҙҙән әрләнәһегеҙ. Һөтһөҙ, ойотҡанһыҙ тороп ҡаласаҡһығыҙ. Нимәгә аңшайып ҡаттығыҙ, тиҙерәк өлгөрә һалығыҙ, – тип йәүкәләй һала.
Малайҙарҙың йөрәгенә ут ҡабыҙыу өсөн етә ҡала уның был иҫкәртеү һүҙҙәре. Ихатала уйнап йөрөүсе Шәфҡәт, Тәлғәт, Мөҙәрис, Расих, Ҡорбанғәли, Дамир атлы малайҙар урам буйына сығып теҙелеп баҫа һәм Мөбәрәк олатай әйткәнде бар тулылығында, хатта арттырыбыраҡ үтәй. Һе, һәр ҡайһыһы үҙенең һыйырын бикләнеүҙән һаҡлап ҡалырға, бының менән әсәһенән маҡталырға тырыша бит. Честь биреүҙең дә нимә икәнлеген бик яҡшы белә малайҙар. Клубта күрһәтелгән “Чапаев” кинаһында күргәндәре бар.