“Буранбай” романым бик оҙаҡҡа һуҙылып китте. Аллаһ бойорһа, алдағы йыл журнал уҡыусыларыбыҙға уны тәҡдим итермен, тим. Журналдың быйылғы 9-сы һанында биргән интервьюмда был әҫәремдең ни өсөн оҙаҡ яҙылыуы хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Ни өсөн тигәндә, беҙ йәшәгән әлеге заман менән Буранбай сәсән ғүмер һөргән дәүер шул тиклем оҡшаш, шуға күрә әҫәремдә яңы сюжет һыҙыҡтары барлыҡҡа килде. Ҡайһы ваҡыт геройҙарым, үҙҙәре менән яңылыш мөғәмәлә итһәм, тарихи хата ебәрһәм, әҫәрҙән мине дөмбәҫләп ҡыуып сығара һәм эҙәрлекләй башлай, бик оҙаҡ ваҡыт кире тотонорға баҙнат итә алмай йөрөйөм.
Икенсенән, быныһы инде “Ағиҙел”де алдырыусылар өсөн мөһим, мин журналға яҙылыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгәс, роман өсөн ваҡыт аҙыраҡ ҡала. Шуға күрә “Ағиҙел”дә “Буранбай”романын тиҙерәк уҡыуығыҙ һеҙҙең үҙегеҙгә лә бәйле, хөрмәтле дуҫтарым! 2019 йылдың 1-се ярты йыллығына үҙегеҙ белеп алдан уҡ яҙылһағыҙ, альтернатив подписка ойошторһағыҙ, мин роман өҫтөндә күберәк эшләй алыр инем! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп ике ҡуянды бер юлы атайыҡ!