Миҫалға Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлаған саҡта уҡ иғтибарын йүнәлткән медицина өлкәһен ҡарайыҡ.
Ниндәй генә ауылды алма, һәр береһендә элек колхозда мал врачы булып эшләгән ветеринарҙы табып була. Беҙҙең ауылда ғына ла улар өс ир-ат. Берәйһенең һыйыры, аты ауырып китһә, 10-15 минут эсендә улар малҡайҙар янына барып етә һәм тейешле ярҙам күрһәтә. Был йәһәттән малҡайҙар бәхетле.
Шул уҡ ваҡытта оло йәштәрҙәге берәй кеше, хеҙмәт йә тыл ветераны ауырыһа, уларға профессиональ медицина ярҙамы күпме ваҡыттан һуң күрһәтелә икән? Ярай әле, был ауыл ҡараған биләмәнең тиҙ ярҙам машинаһы һәм уның бензины булһа, район дауаханаһында белгес, медикаменттар ятһа. Ундай осраҡта күптәр Өфөгә, баш ҡалаға күҙ төбәп килә лә, республика дауаханаларында көндәр, аҙналар буйы коридорҙа сират көтөп ултыра. Уларҙың күбеһе үҙенә тейешле кабинетҡа инә алмайынса ҡайтып китә йә үлеп ҡала. Был яңылыҡ түгел, республикабыҙ етәксеһе был хаҡта әйтте. Мине икенсе бер һорау борсой: республика бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил иткән миллиардтар кем тарафынан һәм ни өсөн тотонола һуң?
Әлегә лә баяғы “мал факторы”. Совет осоронда “кеше факторы”на иғтибар ҙур ине. Пенсия йәшендәге оло йә инвалид кеше өсөн түләргә, быныһы өсөн бюджеттан сығымдар кәрәк. Ә мал иһә табыш килтерә, ул хатта ҡазаланған осраҡта ла салып өлгөрһәң файҙаһы күҙгә күренерлек, кеҫәгә инерлек.