Бөтә яңылыҡтар

154-се күҙәтеүем. Комсомолға ингәндә лә “Аллаһ” тинек...

Бөгөн комсомолдың тыуған көнө. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә комсомолға алындыҡ. Шундағы бер ҡыҙыҡ ваҡиға хәтергә мәңге уйылып ҡалған.

Комсомолға ингәндә лә “Аллаһ” тинек...


Бөгөн комсомолдың тыуған көнө. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә комсомолға алындыҡ. Шундағы бер ҡыҙыҡ ваҡиға хәтергә мәңге уйылып ҡалған. Зөбәйҙә исемле класташыбыҙҙың сираты еткәс, ул мәктәптең комсомол комитеты алдына килеп баҫты. Унан Уставты таныуы, ундағы ҡайһы бер ҡағиҙәләр хаҡында, тағы ла бер-ике Политбюро ағзаларының исем-шәрифен һорағас, комскомитет рәйесе:

– Аллаһҡа ышанаһыңмы? – тип һораны.

–Юҡ, - булды Зөбәйҙәнең яуабы.

–Маладис! Һине комсомолға инеүең менән ҡотлайбыҙ, бар, сираттағы класташыңды саҡыр, – тине рәйес.

Зөбәйҙә рәхмәт әйтеп сығыу яғына юлланды ла, бер сите ҡалҡып торған иҙән таҡтаһына эләгеп, ҡолап китә яҙҙы ла “Аллаһ!” тип ысҡындырҙы. Үҙе ғәйепле төҫ менән комскомитет ағзаларына текәлеп ҡып-ҡыҙыл булды. Гөр килеп көлөштөк. Беҙҙе Аллаһтан дүндерергә тырышһалар ҙа, йөрәгебеҙҙә ине Ул!
Читайте нас: