МХО биләмәһенә сәфәр барышында яугир яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеп, яу тормошон күреп, түкмәй-сәсмәй яҡыртыу маҡсаты тәү сиратта торһа ла, тик беҙ бер көнөбеҙҙе мотлаҡ Шайморатов "янында" үткәрергә тейешбеҙ тип юлға сығыр алдынан уҡ һөйләшеп, төплө ҡарарға килгәйнек инде. Шуға был көндө көтөп алдыҡ. Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч исемле ҡалаһынан сығып йыраҡ та барманыҡ, беҙҙе оҙатып йөрөүсе, ЛХР-ҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус вәкиле ярҙамсыһы Илдар Ғиззәтуллин уңға алып инеп китте. Күптә бармай юл ситендә урынлашҡан һәйкәл янында туҡталабыҙ.
– Башҡортостандан килгән һәр кем бында туҡталып китә, – тине Илдар. Туҡтарлыҡ та шул. Туҡтау ғына түгел, тын ҡалып баш эйергә кәрәк бында. Был мемориал таш яңыраҡ ҡуйылған. Урын иҫтәлекле: беҙҙең кавалерия дивизияһының 11 яугиры һәләк булған. 1943 йылдың мартында эргәләге Ивановка тигән ҡасабала йәшәүсе бер ҡатын беҙҙең һалдаттарҙың кәүҙәләрен хөрмәтләп ер ҡуйынына һалған. Туң ерҙе илай-илай аҡтарған, ҡаҙған ҡатынды күҙ алдыма килтерәм дә, эс-бауырҙарым өҙөлә. Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел тиһәләр ҙә... Урындағы халыҡ бер ҡасан да ил батырҙарын онотмаған. Элегерәк бында ябай ғына иҫтәлекле таш булған. Һалдаттар рухына доға уҡырға ниәтләп, Ҡөрьәндән бер нисә сүрә уҡыйым. Тыныс йоҡлағыҙ, ил улдары, һеҙ беҙҙең хәтерҙә.
Петровское ҡалаһы тынып ҡалған. Йәйге эҫелә урамдар буш, кешеләр юҡ тиерлек. Балалар майҙансығында бер нисә бала күҙгә ташланды, уны уҙа биргәс бөтөнләй әкиәт донъяһы асылды. Мин көткән сағыулыҡ, мин көткән тантана хасил булды алда.
Һоро тормошҡа бер йәм, бер сағыу утрау ине был бина. Эйе, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп бар ҡалаға йәм генә түгел, йән һәм байрам төҫө биреп ултыра. Заманса бина шундай сағыу ҙа, бар йәһәттән дә беҙҙәге иң алдынғы мәктәптәр рәтендәге уҡыу йорто ише мөһабәт тә.
Петровское ҡаласығына Башҡортостандан вәкилдәр килеүен хәбәр иткәс тә, мәктәптең уҡытытыу һәм тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Наталья Викторовна Баскакова килеп тә етте (директоры Гөлназ Камил ҡыҙы Серова ялда, ситтә тинеләр), йылмайып беҙҙең менән күреште, танышты. Улар бар республика халҡына, етәкселеккә ҙур рәхмәтле, шуға был тарафҡа юлы төшкән һәр кемде улар ихлас ҡабул итә.
Петровское бик ҙур ҡала түгел, дөрөҫөрәге ауылдыр, бөгөн унда 8 меңгә яҡын кеше йәшәй. Элек был һан 10 меңгә еткән. "Халыҡ яңынан ҡайтамы?" - тип һорағас, яңы танышыбыҙ:
– Бер сама тыныслыҡ урынлашҡас ҡайта башлағайнылар ҙа, эш булмағас... Рәсәй паспорты алғас, Мәскәү яғын ҡарай башланылар.
Әлеге мәктәп 1935 йылда асылған. 1943 йылдың февралендә немец фашистары ҡаланы баҫып ала, шунда мәктәп баҫҡысына ятып фотоға ла төшәләр. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарғанда, немецтар мәктәп бинаһының бер өлөшөн шартлатып ҡаса.
Тарих ҡабатланмай тормай күрәһең... Эйе, олатайҙарыбыҙ ҡаланы, мәктәпте фашистарҙан аралаһа, 80 йылдан һуң уларҙың ейәндәре мәктәпкә яңы һулыш бирә, аяҡҡа баҫтыра.
Үткән йыл май айында был мәктәптән бары фасад һәм түбә генә ҡалған була. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, капиталь төҙөкләндереү, дөрөҫөрәге тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу йәғни мәктәпкә яңы ғүмер биреү рекорд ваҡыт эсендә – 35 көн (!) эсендә башҡарыла. Ике ай эсендә республиканан төҙөлөш материалдары менән 27 колонна гуманитар йөк ебәрелә.
Беҙҙең менән осрашҡанда ул көндәрҙе хәтерләп, әлеге көндә ЛХР-ҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус вәкиле , бик тә абруйлы һәм дә үҙ эшенә яуаплы ҡараған ир-азаматтарыбыҙҙың береһе Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисов былай тип һөйләне:
– Ысынлап та, бик ҡыҫҡа ғына осорҙа мәктәпте күтәрергә тура килде. Бында Республика Башлығы ҡушыуы буйынса бар эштәрҙе ойоштороусы, яйға һалыусы итеп тәғәйенләнгән Башҡортостан Хөкүмәте апараты етәксеһе, республика министры Азамат Абдрахманов бик талапсан булды, үҙе лә йүгерҙе, йыбанманы, йоҡламаны ла тигәндәй... Ял тураһын да уйларға ла түгел. Төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтаманы, 650 төҙөүсе көндө төнгә ялғап эшләне. Ә инде ваҡытҡа һыймаған мәлдәрҙә эшселәр һаны мең ярымға етә ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөрләп-шаулап торҙо мәктәп тирәһе. Эш ҡатмарлы булһа ла еңел барҙы. Ваҡытында өлгөрҙөк. Уңыштың сәбәбе ябай: һәр етәксе, һәр төҙөүсе, Петровское ҡалаһының һәр кешеһе бында кирбес менән бергә күңеленең бер өлөшөн, ҡул йылыһы менән йөрәгенең ҡайнар һулышын да ҡушып һалды.
Мейес башында еләк бешмәй, салҡан ятып шалҡан үҫмәй, тигәндәй хәҙер шундай заман, үҙең тырышмаһаң, ойоштормаһаң, алдыңа икмәк үҙе килмәй, ундай затлы биналар ҡалҡып та тормай. Был оло эштәр оло сауап менән бергә, республикабыҙ өсөн оло дан да. Мәктәптәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙан тыш, юлдар һалыу, йорттар ҡалҡытыу мәшәҡәттәре, табиптар төркөмө эше - былар барыһы ла ауыр хәлдә ҡалған илдәштәребеҙгә беҙҙең эскерһеҙ ярҙамыбыҙ. Луганск яҡтарында Башҡортостанды һәр осраған әҙәм тигәндәй белә һәм рәхмәтле. Ҡояшлы кешеләр йәшәй унда, тиҙәр.
Мәктәп алдында ҙур фонтан да бар. Ул тиҫтә йылдар эшләмәгән, иллене үткән өлкәндәр, мүк, үлән баҫып бөткән фонтан алдырында, ҡасан да булһа һыу аҡҡанын иҫләмәй ҙә. Бөгөн ул тирә-яҡҡа йәм биреп, һауа сафландырып һыу һирпә. Мәктәп эсендәге яңы мебелдәр, интерактив таҡталар, заманса компьютерҙар урын алған. Бер яҡта – ҙур спорт залы, икенсе яҡта – ҙур ашхана...
Мәктәпкә килеп ингәстә генерал Шайморатовтың бюсы һәм уның тормошо, яу юлы хаҡында тулы мәғлүмәтле ҙур-ҙур стендтар ҡаршы ала. Һәм һәр мөйөштә, һәр кабинетта, һәр ҡаттың стенаһында Башҡортостан, уның шәхестәре тураһында белешмә йә картина ҡуйылған. Шайморатов исемендәге ике кадет синыфы ойошторолған. 800 урынлыҡ был уҡыу йортонда 400-гә яҡын бала белем ала бөгөн. Директор урынбаҫары Наталья Викторовнаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле:
– Башҡортостан менән дуҫ булыуыбыҙ менән бик бәхетлебеҙ. Мәктәп бер мөғжизә. Өлкәндәр юҡҡа ғына, көтмәгәйнек, үтә лә күркәм мәктәп, хатта үҙебеҙҙең парта артына ултырып уҡығыбыҙ килеп китте, тимәйҙер. Башҡортостанда балалар ҙа, беҙ, уҡытыусылар ҙа, бер нисә тапҡыр булдыҡ. Һоҡланғыс ерҙә йәшәйһегеҙ. Кешеләрегеҙ һәйбәт, беҙҙе яраталар. Балалар Өфөлә саҡта социаль селтәрҙәге биттәренә фотоларын ҡуйып бер булдылар. Улар үҙҙәрен бик бәхетле тойҙо. Радий Фәритович бик тә хәстәрлекле, һүҙен дә тора белгән етәксе. Ҡышын осрашҡанда, беҙҙең балалар һеҙҙә уҡырға теләй тип белдерҙек. Килһендәр, көтәбеҙ, тине ул. Уҡыу йылы тамамланып килә, онотманылармы икән, иҫләйҙәрме тип уйлайбыҙ. Бер заман Башҡортостандан, исемлек ебәрегеҙ, кем, ҡайҙа уҡырға инергә теләй, тип мөрәжәғәт иткәстәр, ҡыуаныстан илап ебәрҙек. Быйыл 25 бала мәктәпте тамамланы, уларҙың етеһе Өфөгә барырға уйлай. Беҙ был ҙур ер шарында ҡояшлы Башҡортостан, Рәсәйҙең йылыһын тойоп йәшәйбеҙ!
Хушлашҡанда хужалар тағы ла килегеҙ, тип ҡалдылар.
Үткән йыл мәктәпте асыу тантанаһында "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков булған. Был ваҡиға хаҡында яҙып та сыҡҡан. Ҡуҙғалыр алдынан шул көндө иҫләп:
– Урындағы халыҡ өсөн иҫ киткес иҫтәлекле көн булды. Барыһы ла ҡәнәғәт, бөтәһе лә бәхетле ине. Шуныһы хәтерҙә, үткән йәй бында әлһерәткес эҫе булған, ә инде байрам алдынан һәм 1 сентябрҙә еңелсә йылы ғына ямғыр яуып үтте. "Был бик изге хәбәр, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ", – тип үҙ-ара беҙ ҙә, ауыл халҡы ла изгегә юраны, – тине ул.
Һәм шулай булһын да, шөкөр, мәктәп гөрләп эшләй, кинәнес менән белем үрҙәренә ынтыла.
Петровское уртаһында туғандар ҡәберлегенә киләбеҙ. Тынлыҡ, ҡоштар һайрай. Ә күк йөҙ иҫ киткес зәңгәр, шағир әйтмешләй, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек тә... тик һағыш, тиҫтә йылдар изге хәтер булып килгән юҡһыныу, һалдаттар рукы ерҙә баҫып тын ҡалырға мәжбүр итә. Улар ана күктә, изге йәндәр булып, һаман да беҙҙе ҡурсып оса кеүек.
Мемориалды Мәңгелек хәтерҙе, Мәңгелек һалдат данын кәүҙәләндергән ике һәйкәл биҙәй. Бик күп исемдәр яҙылған таҡтаташтар теҙелеп китә. Мосолман фамилиялылары ла бихисап, тимәк, беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Урталағы оло таҡтаташтағы ҡалҡанға гвардия генерал -майорҙары Степан Дудко, Миңлеғәли Шайморатов, гвардия полковниктары Александр Карпушенко, Иван Сабуров, Андрей Сарбай, Василий Горбатенконың исемдәре айырым уйып яҙылған. Күпме һалдат, күпме яҙмыш. Һандарынан ғына баш әйләнерлек. Был ҡәберлектә 775 яугир мәнгелек урынын тапҡан, уларҙың 487-һенең генә исеме билдәле. Һуғыштың ҡәһәрлеген, күңелдең бейеклеген ошо мемориал уртаһына баҫып, зәңгәр күккә ҡулыңды һуҙып баҡһаң... аңлайһың: икмәк кенә үҫер ҡара ерҙе туғандар ҡәберлеге- тамуҡ итеп, йыртҡысҡа йә ҡырағай бер затҡа әйләнмәҫ өсөн зәңгәр күк, осор өсөн йыһан, рухи бөйөклөк кәрәк әҙәмгә!
Бында ла Ҡөрьәндән «Фатиха», «Аятел Көрси», «Ихлас» сүрәләрен уҡыйым. "Ил өсөн шәһит киткән уландарыбыҙҙың ҡәберҙәрен иман нуры менән нурландырып, донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ҡылып, ҡылған изгелектәрен арттыр, урындарын йәннәттә ҡыл, Раббым. Ил-көндәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, йәндәребеҙгә - тыныслыҡ, телдәребеҙгә, күңелдәребеҙгә сабырлыҡтар бир, Хоҙайым..."
Ҡаланы сығып, саңлы юлға сығабыҙ. Ташландыҡ ҡына ауылды үтеп, үлән баҫа биргән машина юлынан үтеп, уйһыулыҡтар буйлап барып, бәләкәй түбәгә күтәрелдек. Юлдан ситкә тайпылмайбыҙ. Мина-фәлән булыуы мөмкин. Килеп еттек. Офоҡтан-офоҡҡаса тирә йүн, үҙенең бәләкәй генә ҡалҡыулыҡтары, уйһыулыҡтары менән устағы кеүек күренеп ята. Ошо урында беҙҙең генералыбыҙ, Шайморатовыбыҙ һәләк булған...
"Салауат вариҫтары сигенә белмәй!" – тип оран һала Шайморатов, яугирҙәрен атакаға күтәргәндә. Башҡорт атлылары айырым бер саялыҡ менән һуғыша, тап шуның өсөн фашистар уларҙы күрә алмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шайморатов дивизияһы Дондан Эльбағаса 4000 километр юл үтә. Һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 15 тапҡыр Юғары Баш командующий бойороҡтарында телгә алына. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙы Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһе лә бирмәй.
Тарихта беҙҙең кавалерия дивизияһы хаҡында һәр саҡ телгә алалар, ә уйлаһаң, заманында Сталин бойроғо менән үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ, чечен, ингуш, ҡалмыҡ дивизиялары ла йыйнала бит, тик улар һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыу сәбәпле, яуға инеп өлгөрмәй ҡырыла тора. Һуғыш аҙағына бары беҙҙең милли атлы дивизия ғына тороп ҡала. Был факт та Миңлеғәле Минһажетдин улының бөйөк ғәскәрсе булыуын иҫбатлай. Һуғыштан һуң ил етәкселеге милли кавалерия дивизиялары хаҡында яҙыуҙы тыя. Сөнки матбуғатта яҙған осраҡта, советтар тарихында иң башлап дәүләтселек талап итеп автономия алған башҡорттоң һаман да берләшергә һәләтле, көслө булыу факты ҡалҡып сығыр ине.
1943 йылдың 23 февралендә генерал Борисов етәкләгән 7-се кавалерия корпусы ҡаты ҡамау ҡулсаһында ҡала. Генерал 112- се кавалерия дивизияһы командиры Шайморатовты саҡыртып ала ла:
– Нишләп беҙ һаман ҡамауҙы өҙөп, үҙебеҙҙекеләр менән тоташа алмайбыҙ, һөжүмгә! – тип екеренә.
– Әгәр ҙә беҙ "в лоб" барһаҡ, иҫән ҡалған һалдаттарыбыҙҙы ла юғалтасаҡбыҙ. Миңә бер төн, бер тәүлек ваҡыт бирегеҙ, разведка яһап, беҙҙең дивизияны ғына түгел, бар корпус частәрен дә был ҡулсанан әҙ юғалтыу менән алып сығырмын, – тип яуаплай башҡорт командиры.
– Һеҙ нишләп минең бойороҡҡа ҡаршы киләһегеҙ, кем бында корпус командиры. – һуңынан Борисов үҙе әсиргә эләгә һәм үҙен аҡлар өсөн Шайморатов хаҡында дөрөҫ булмаған бысраҡ күрһәтмәләр бирә.
Шулай итеп, Дебальцево операцияһын уңышлы үткәреп, уратыуҙа ҡалғас, корпус командиры генерал Борисовтың иҫерек баштан пистолет болғап биргән бойороғона ярашлы, ҡамауҙы йырырға ынтылғанда, һалдаттарын пушка ите итмәҫ өсөн алдан һыбай сабып, пулялар ямғырынан һәләк була беҙҙең Шайморатовыбыҙ. Әле беҙ баҫып торған ошо яланда һуңғы һулышын ала батырыбыҙ. Ул ҡаты яраланып башҡаларға дошман пулеметсыларының ҡайҙа йәшерелгәнен күрһәтеп өлгөрә. Бүтән бер командир булһа, фарман биреп кенә ышыҡ окопта ултырыр ине, ә ул ҡурҡыныс һыҙыҡҡа үҙе сыға. Иҙелгә таянма, ти халыҡ, саф күңелле генералдың яҡын хәрбиҙәштәренең хыянаты арҡаһында һәләк булыуы аяныс.
Әгәр Шайморатов дивизия байрағын ҡотҡарыу өсөн артҡа сигенгән төркөм менән китһә, иҫән дә ҡалыр ине. Әммә ул үҙенең төп көстәре менән бергә ҡалыуҙы, һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һайлай.
Майор Ҡадиров уның үлемен былай тип тасуирлай: «Ул яҡынса утыҙ дошман һалдаты һәм офицеры ҡамауында ҡалды. Ҡулына ҡылысын алып, фашистар менән алышыусы генерал атынан ҡоланы. Уның аты беҙҙең яндан сабып үтеп китте...» Икенсе фараз буйынса Шайморатовтың ҡулы яралана. Санитар яраһын бәйләгән саҡта, генералдың башына дошман пуляһы тейә. Өсөнсөләр һөйләүенсә, уны әсирлеккә алып, шул яланда уҡ язалайҙар. Уның тыуған илде һаҡлаусылар көнөндә – 23 февралдә һәләк булыуы ла оло мәғәнәгә эйә бит, уйлаһаң. Ысын яугир, ысын командирҙың үлемһеҙ үлеме. Ул үҙ ғүмере менән – яратҡан илен, үҙ күкрәге менән ябай һалдатын ҡаплап һәләк була...
Ошо урында генерал һәләк булған. Атаҡлы скульптор Салауат Щербаков ижад иткән Шайморатовтың бюсы тора. Уға күҙ һалып алған һайын, генералдың ҡарашы хас тере кешенеке кеүек берсә сая, берсә моңһоу булып китә ине.
"Их сәскә алып килеп булманы", – тип Вәдүт яланға инеп китте. "Ситкә китмә", – тип иҫкәртеп тә өлгөрмәнек, ул ялан сәскәләрен өҙә-өҙә:
– Шартламам, беҙҙе генерал үҙе һаҡлай, – тип йылмая. Тиҙ-тиҙ генә сәскә бәйләмен бюст алдына һала. Барыбыҙ ҙа тын ҡалып торабыҙ. Мәрмәр таштан һалынған юлдан уйһыулыҡҡа төшөп, "генерал Шайморатов менән генерал Дудко бында һәләк булған" тигән буяу менән арҡыс-торҡос яҙыулы ҡая ташты устарыбыҙ менән һыйпап, маңлайҙы терәп, тән, күңел йылыбыҙҙы биргебеҙ килә. Әйтерһең, унан генералдарға йән инеп китәсәк... Бында ла баш эйеп тын ғына торабыҙ.
Ауыр уйҙар менән яңынан бюст янына килгәс, "генерал" Рөстәм Камалтдиновтың күңеленә бер аҙ моңһоу булып киттеме:
– Бармы берәйегеҙҙә "ҡайнар һыу"?
Тәүҙә ҡапыл аңламаныҡ әле. Шулай ҙа төшөндөк. Оҙон юлда, яу ҡырында унһыҙ булмай, биштәр төбөндә булһа ла ятырға тейеш
– Бар, әлбиттә, – тине кемдер.
– Барыһына ла – 100 грамм, тик водителдәргә генә ярамай, –тине Рөстәм генералдарса бойороп. Шуныһы ҡыҙыҡ береһе лә ҡаршы килмәне. Ни тиһәң дә был йәһәттән дә тәртип ҡаты ҡуйылды беҙгә, ниндәй генә ауыр кисерештәр менән йөрөһәк тә, "утлы һыу"ға тотонорға ярамай. Ә әле нисектер...
– Тыуған илебеҙҙең именлеге, яҡты киләсәге өсөн яу яланында, ошо урында ятып ҡалған генералдың, шайморатовсыларҙың һәм һәләк булған бөгөнгө яугирҙарҙың яҡты рухын яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ, егеттәр! – һүҙҙе Вәдүт Ғәйфулла улы алды. Сәкәштермәй генә тоттоҡ. Әсе һыу менән бергә тамаҡ төбөндә торған төйөр, үҙәктәрҙе яндырып, йөрәк-бауырҙарҙы һыҙлатып төшөп китте. Башҡаса көрөшкәләргә үрелмәнек, йыйып ҡуйҙыҡ.
Бюст эргәһендә теҙелеп баҫып фотоға төшөргә йыйындыҡ та, ҡапыл, Венер буғай, әйҙәгеҙ "Шайморатов"ты йырлайбыҙ, тип һалды.
Венер, мин, Вәдүт, Илдар, Рөстәм ҡосаҡлашып ялан яңғыратып йырлап ебәрҙек. Эдуард был тарихи мәлде фотоға төшөрөргә ашыҡты.
- ... ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғо: сикһеҙ ғорурлыҡ менән бергә, фанилыҡ менән мәңгелек сигенән үтеп киткән бер нур тыуҙырған, был йәшәүең юҡҡа түгел, юҡҡа түгел тигән ләззәтле һәм ҡабатланмаҫ, илатҡыс һәм һиҫкәндергес хис тантана итә ине.
Машиналағы көй сығанағынан ҡурай моңо ебәрҙек. Әйҙә бар яланда ҡурай моңо ағылһын әле. Яугирҙарыбыҙҙың рухы һөйөнһөн, моңға күмелеп, тарихтарҙы байҡаһын, ата-рухын тойһон. Киң далаға ҡарап ҡатҡанмын. Ҡурай моңо, янымда Шайморатов. Башыма төрлө уйҙар килә. Ярмалы ҡарҙан һалдаттарға ғына түгел, аттарға ла сабыуы еңел түгел. Ә уларға ҡаршы танктар килә. Йәйрәп ятҡан дала, бар донъя устағы кеүек күренә . Тимер ҡоршаулы танкы эсендә ултырған дошман рәхәтләнеп төбәп йән-фарман сабып килгән башҡорт атлыларына утлы тубын атып ебәргәндер. Ә беҙҙең аттар туҡтамай, уттан өркмәй, саба ла саба, саба ла саба... (
Был урында тәү булғанда Радий Фәрит улы, бюст ҡуйыласағын һәм генералдың һәләк булған урыны ҡараласаҡ, тип ике йыл элек белдергәйне.
Шул саҡ унан: "Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау ни тиклем мөһим?" – тип һоранылар.
– Беҙ мотлаҡ рәүештә кешеләргә, тәү сиратта балаларыбыҙға, ата-бабалар ҡаһарманлығы, ысын батырлыҡтар тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Аңыбыҙҙа һәм йөрәктәрҙә бушлыҡ булмаһын өсөн кәрәк был. Һәр һәләк булған яугирҙең яҙмышы артында тулы бер донъя, тулы тарих ята. Беҙ балаларҙың күңелдәре, илебеҙҙең киләсәге өсөн көрәш алып барабыҙ, – тип яуап биргәйне Башлыҡ. Бушлыҡ һәм Тулы донъя, Тулы тарих. Күңелдәр өсөн көрәш һәм Ҡаһарманлыҡ. Яу ҡырында булып, һалдаттар менән аралашып, дошман нөктәләренә күҙ ташлап, уларҙың ҡылған вәхшилектәрен аңлап, мин дә шундай һығымтаға киләм: буш күңелдәр суп-сар менән тулмаһын өсөн, данлы тарихты, ҡаһарман шәхестәрҙе күрһәтергә, һаҡларға, яҡларға кәрәк шул. Шуға күрә Шайморатов беҙҙең өсөн бөгөн атаҡлы генерал, ҡурҡыу белмәҫ командир, Тыуған иле өсөн йәнен фиҙа ҡылыр аҫыл яугир ғына түгел, ә беҙҙең барыбыҙҙы ла Еңеүгә алып барасаҡ Ҡаһарманлыҡ символы, Фиҙакәрлек билдәһе лә! Шайморатовтың мотлаҡ ошо осорҙа рәсми рәүештә Герой булып, майҙаныбыҙға һәйкәл булып ҡайтыуы икеләтә, унлата, йөҙләтә кәрәк тә! Ҡынынан ҡылысын алып юҡҡа ғына яңынан атына атланманы Генерал. Туҡтатмағыҙ! Ғорур, ул һаман да - батыр. Ышанабыҙ, болғап-болғап Еңеү байрағын, бөгөн яу яланында ҡурҡыу белмәй һуғышҡан аҫыл егеттәребеҙ, Салауат вариҫтары, Шайморатов тоҡомдары менән бергә Ул да дан булып тағы, тағы ҡайтыр!
Байрам ҡайтыр ҡала-ауылға.
Йөрәктәрҙән сығыр изге өн:
"Йәшәүем дә һәм үлемем дә,
Тыуған илем, тик һинең өсөн!"
Петровское, Луганск Халыҡ Республикаһы.