Ҡарараҡ тондарҙа. Ул өй түрендә эленеп торҙо. Унан йәш, матур Әхмәт олатайым ҡарай ине. Хатта мин яратҡан анау ағастан семәрләп эшләнгән бейек шкаф та төшөрөлгән. Өләсәй шунан тәмлекәстәр үрелеп алып бирер ине. Ишеге сый итеп асылып киткәнен ишетеү менән төпкө бүлмәлә уйнап йөрөгән ерҙән уҡтай атылып ситке яҡҡа сыға инем. Әлбиттә, өләсәй мине буш итмәне. Портретта олатай ҡатып ҡалһа ла, ҡараған һайын ул һөйләшкән, миңә төбәп, йәнемде йылытып йылмайған һымаҡ.
...Олатай менән өләсәй баҡыйлыҡҡа күскәс, өй үҙгәртеп ҡоролдо. Иҫке нәмәләр келәткә сығарылды. Шул иҫәптән теге мин яратҡан портрет та. Синнектә торғанында ла уға оҙаҡ итеп текәлгәнем, ҡәҙерлемдең йөҙ һыҙаттарын сырамытып, күҙемә йәш тулғанын хәтерләйем.
Өйҙәренә ингәс тә йүгереп түргә үтә инем, сөнки унда йылмайып диуарҙан өләсәй менән олатай ҡарай. Бер ҡәҙерле икона алдында баҫҡаныммы ни, оҙаҡ тора инем улар алдында. Уларҙың мине һөйгәндә әйткән һүҙҙәре ҡолағымда сыңлап киткәндәй була ине шул саҡта. Эстән генә өлгәшелгәндәремде, яуланған бейеклектәремде һанайым. Үҙем теләгән юғары уҡыу йортона индем, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым, улым тыуҙы... Тәүге китабым сыҡты... Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым... Ҡыҙығыҙ һынатмай, йәнәһе. Улар мине күреп ҡыуана, ғорурлана һымаҡ тойола ине шул ваҡытта.
...Улар йәшәп ятҡан өйҙәрен беҙгә ҡалдырып, аръяҡҡа өр-яңы өй һалып сығалар. Мине, бәләкәй генә ҡыҙсыҡты, ҡышын санаға һалып һөйрәтеп, йәйҙәрен мотоциклға, атайҙың алдына ултырытып, уларға ҡунаҡҡа алып баралар. Килеп инеүем була, олатай исемемде әйтеп йырлай башлай: "Көнастай, ай, Көнастай, бер биткәйе Ҡояштай, сәскәләй генә үҙе, Айҙай балҡый бит йөҙө!" Ып-ысын бына, шулай итеп, шиғыр сығарып, йыр менән сәләмләй ине. Мин иркәләп олатайға һырылам, уның таныш еҫе һеңгән күлдәге танауымды иркәләй, елкәһенә ҡунаҡлайым, сәстәренән үбәм. Өләсәй иҫе китеп йылмая. "Ай, баланы имгәтәһең, шаштырма инде! – тип ороша. Мине бит олатай туңҡанбаш әйләндереп аяғымдан тота – донъя шундуҡ ғәҙәти булыуҙан туҡтай. Күҙемде ҙур асып, ҡапыл үҙгәргән әйберҙәргә икенсе күҙлектән ҡараш атам. Йә тота ла зыр иттереп әйләндерә. Шунда шарҡылдап йә селтерәп көләм. Үҫеп килгән һаҡалы менән битемде сәнстерә башлағас ҡына сырылдап унан ҡасып китәм. Олатайҙан арыныу менән өләсәй ҡуйынына инәм. Итәгенә тағылам, муйынындағы эре һары гәрәбә мунсаҡтарҙы берәм-берәм тиҫбе кеүек һанарға тотонам. Өләсәй сабыр ҡарашы менән битемә текәлә, әйтерһең, үҙенә таныш һыҙаттарҙы эҙләй, етен кеүек аҡ, йомшаҡ сәстәремдән һыйпай. Уның көмөш ҡуш беләҙекле ҡулдарын әйләндереп ҡарайым, усына башымды һалырға яратам. Өләсәй минең менән домино уйнай, шаҡмаҡлап күсештә уға етеүсе юҡ, мин дә башымды эшләтергә өйрәнеп, оҫтарып алам. Бер ваҡыт баҡсанан йәшел һуған индерергә эшкинә башланым. Бер ыңғай ҡытай сейәһен дә өҙөп ҡабам, ҡарағаттарҙы ла тикшерәм. Ҙур ҡаҙанда бишбармаҡ бешә. Ут яҡҡыстағы урындыҡта йәйелеп ятып ашайбыҙ, үлән сәйҙәре эсәбеҙ.
Олатайҙың хәлен беләм: ул арба тәгәрмәсен йүнәтә, юл хәрәкәте билдәләрен ипләй. Ҡайһы ваҡыт уның йыуаш ҡына аты арбалағы бесәнде көйшәп тора. "Ҡай, яҡын барма, йә тибелерһең, йыуаш тимә", – тиҙәр мине киҫәтеп. Олатай ҡайһы ваҡыт ыҫмала ҡайната, онтағын һағыҙ итеп сәйнәйем. Өләсәй май ҡушырға әйтә. Һағыҙ йомшара, тик тешкә йәбешеп ыҙалата. Йә ҡапҡа эсенә таҡтаға тип алып килеп һалынған оҙон ҡарағастың сайырын ҡутарып алам да ауыҙыма йомарлайым: бында минең иркемде сикләүсе юҡ.
Олатайҙың юлсы икәнен беләм. Ул ана шул знактарҙы юлға ҡуйып китә. Шул билдәләргә ҡарап хәрәкәт итә автобустар, автомобилдәр. Юл буйындағы бесәнде лә сабып ала олатай. Әтеү, ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ асфальт юҡ таһа. Сапмаһа, юлды тарайтып үҫергә генә тора. Эшләпәһен ҡырын һалып, миҙал тулы һоро костюмын кейеп бара ул район үҙәгенә. Кирза итектәренән тәмле еҫ килә. Ҡап-ҡара итеп майланған итектәр менән уйнағаным да бар. Олатайҙың алдына ултырып миҙалдарын әйләндереп ҡарап туйһам, сынйырлы сәғәтен асып күрһәтеүен һорайым. Бер төймәсеккә баҫыу менән кеҫә сәғәте келт итеп асыла, шунан ябып тыңлайым! Моңо бер аҙ тоноғораҡ ишетелә! Шундай матур итеп текелдәй олатай сәғәте! Олатайҙың тағы бер ҡыҙыҡ нәмәһе бар: ул – ишеттереү аппараты. Сыйылдап китә яман итеп. Мин ул аппаратты элегерәк һорап кейеп ҡарағаным булды. Аҙаҡ оронманым. Уның менән шаярырға ярамай икәнлеген тиҙ төшөндөрҙөләр. Боҙолһа, олатай бит ишетмәйсәк! Үҫә төшкәс, олатайҙың ниңә һаңырауланыуын да белдем. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул илде дошмандан таҙартам тип, үҙе теләп фронтҡа китә. Совет ғәскәрҙәре артҡа сигенгән дәһшәтле мәл була ул. Тотош дивизия менән ҡамауҙа ҡалалар. Командирҙар погондарын йолҡоп алып яндыра. Әсир төшкәс, уларға яза ла ҡатыраҡ булыуҙан ҡурҡалар. Олатайым, рядовой һалдат, был мәшхәрҙе аптырап күҙәтә, ауыр кисерә. Әсирҙәрҙе Германияға ҡыуалар. Концлагерҙа хәлһеҙләнгән һалдаттың башын аcфальтҡа ҡуша һуғалар, олатай шунда юғалта ишетеү һәләтен. Һаңырау һалдатты баҙарға сығарып һатырға ҡуялар. Бер фрау уны хужалығына алып ҡайтып ат ҡарарға ҡуша. Олатай аттарға тигән һолоно ашап матурайып китә. Шул заман фрауҙың быға күҙе төшә. Имештер, олатайҙан бер малай ҙа таба. Тик Еңеү килгәс, олатай, ҡоллоҡтан ҡотолоп, тыуған яҡтарға ҡайтып төшә. Өләсәйгә өйләнеп, башта Бәғиҙә инәй, унан атайым тыуа. Балалары кү-ү-үп була: өләсәйгә улар унға тулғас, "Әсәлек даны" миҙалын бирәләр. Олатай: "Ниңә атайлыҡ даны юҡ?" – тип шаярта торған ине.
Немец телен үҙ теле кеүек белеп ҡайта һуғыштан. Бер шулай немец ауылы Целинныйҙың магазинына инә. "Был ҡара башҡорт бында нимәһен ҡарай? Ҡыуайыҡ уны!" – тип һөйләшкәндәрен ишетеп, үҙҙәрен немецса ҡаты һүгеп сығып китә олатай.
Тағы ауыл осонда, Бөрсөнсөгә киткән юл буйындағы ҡайынлыҡты олатайым ултыртҡан икән. Әле булһын уны "Ҡотой ҡайындары" тип йөрөтәләр.
Концлагерь ғазаптары үткән тип тормағандар, ниңә әсир төшкән тип еңеү яулап ҡайтҡан яугирҙәр менән саҡырмай ыҙалатҡандар әле. Күпмелер ваҡыт тикшееүҙәр алып барғандар. “Пленник”, “Пленник балаһы” тигән ҡушаматтар ҙа уйлап сығарылған түгел, кемдеңдер утыҙ ике теше араһынан ысҡынып, йөрәккә уҡ булып ҡаҙалған. Олатайымдың тыныс, тәүәккәл йөҙө, ерҙә дөпөлдәтә баҫып йөрөүе был һүҙҙәрҙе кире ҡаҡлыҡтырған.
Олатайҙан бер аҙ шөрләйҙәр ҙә кеүек тойолоп китә ине ҡайһы саҡ. Юл гел төҙөкләндерелеп тора. Хәлилдән килгән автобусҡа ултырып китер әмәл юҡ: ул гел шығырым тула була. Ҡайһы саҡ туҡтамай ҙа үтә лә китә. Бер шулай туҡталышҡа баҫҡанбыҙ. Шығырым тулы автобус был юлы ла туҡтамай үтергә уйлағайны ла олатай салғыһын һуҙып юл уртаһына баҫты. Туҡтамай ғына ҡараһын! Һыйып ултырып киттек шулай итеп.
Өләсәйҙәргә мунса инергә йөрөйбөҙ. Үҙебеҙҙеке әлегә юҡ. Атай ҡустым менән икебеҙҙе санаға ултыртып һөйрәтә. Йылға аша һалынған ялтыр боҙҙан сананы бер урында өйөрөлтөп ебәреүе үҙе ни тора! Миңә, санала салҡатан ятып барған ҡыҙсыҡҡа, йондоҙҙар шундай яҡын тойола. Ерҙең түңәрәк икәнен, уның да сикһеҙ Йыһанда бер йондоҙ икәнен беләм инде.
– Атай, шул йондоҙҙарға берәй осоп барып ҡарарға ине, кешеләр йәшәй микән анда? – тием иркәләнеп кенә.
– Юҡ, улар күк есемдәре генә. Унда беҙҙәге ҡыштан да һыуығыраҡ, ҡайһы берәүҙәре янған мейестәге уттан да ҡыҙыуыраҡ, – ти ул бик ышаныслы итеп.
Мунсанан сыҡҡас, мине олатай тағы берәй шиғыр сығарып алғышлай: "Күбәләктәй леп-леп оса минең ҡыҙым – Көнастай! Бер биткәйе айҙай балҡый, бер биткәйе Ҡояштай!" Һыуыҡ иҙәнгә ялан аяҡ баҫмаһын, ҡара баланы! – тип тә өҫтәй. Мине, баланы, эләүкәгә мендереп миндек менән сабып, эҫелә әлһерәтеп сығарғастар, һыуыҡ иҙәнгә баҫҡы килә. Уның шундай рәхәтлеге! Ағайҙың значоктар коллекцияһына башҡалар күрмәгәндә генә йүгереп барыр кәрәк бит! Еңмеш, үҙ һүҙле кинйәкәй Мәрүән ағай тышта саҡта күреп, әйләндереп-тулғандырып ҡарарға өлгөрөр кәрәк! Ул тейеү түгел, күҙ ташларға рөхсәт итмәй юғиһә! Бигерәк тә хәрби значоктар ҡыҙыҡһындыра. Ағай шуларҙы әллә нимәләр тип таный. Миңә ул һөйләгәндәр әлегә аңлашылмай шул. Мине тотоп алып йөн ойоҡ кейҙерәләр шулай ҙа.
Тағы ла Cәфинә апайҙың сумкаһын аҡтарырға яратам. Ручкалар, төҫлө ҡәләмдәр, бигерәк то фломастер оҡшай. Тик был ҡутарыныуҙы бер кем дә күрмәгәндә башларға кәрәк. Китаптарын да аҡтарыу ҡыҙыҡ. Ул үҙе булғанда тейҙерер тиһегеҙме? Ҡутарынғанды белгәндә лә өләсәйгә ошаҡламай былай. Һәйбәт ул апайым. Китаптарын ғына ҡарайым да инде. “Анатомия человека” тигәне ҡыҙыҡ былай. Кешенең эсендә нимә барлығын күрһәткәндәр.
Тағы ла өләсәйҙәрҙең өйөндә ҡыҙыҡ йән эйәләре бар. Һыу һалынған оҙонса һөт һауыты шешәһендә улар йәбешеп тора. Һыуы булһа ла, унда йөҙә һалмайҙар. Һуҙмаңланып, иркәләнеп кенә шешәнән сығырға маташалар. Сыҡтығыҙ ти сыҡмай ни! Шешә гәзиттән бөкө яһап тығылып ҡуйылған шул. Тәҙрә эргәһенә ултырып уларҙы күҙәтәм. Һөйкөмлө генә, наҙлыҡай ғына йән эйәләре булып тойола улар – һөлөктәр.
Сәфинә апайым мине аптыратып ҡурсағыма өр-яңынан кофта, итәк тегеп кейҙерҙе. Шулай ҙа була икән. Ҡурсағым йәнләнеп киткәндәй булдысы. Урамдағы ҡыҙҙарға ла уны күрһәтеп маҡтандым.
Тағы ла Зилә апайым бар минең. Үҙен күрәм тип килһәм, уны әсәһе апҡайтты, тиҙәр. Өләсәйемде лә ул “әсәй” ти. Шуныһы аптыраҡ, Зилә апайымдың ике әсәһе булып сығамы? Ул Әхтәм ағайым менән бер йәштә, бер класта уҡый. Бер ваҡыт Әхтәм ағай дуҫтары менән ҡатҡан ҡарҙан фигуралар яһап, болдорға теҙеп бөткән ине. Күмерҙән күҙҙәр ҙә яһағандар. Сыҡтыҡ та хайран ҡалдыҡ. Нишләптер ул фигуралар терелер ҙә беҙгә ташланыр кеүек тойолдо миңә.
Ҡар күп яуған йыл ине. Әхтәм ағай беҙгә ҡарҙы өңөп өй төҙөп бирҙе. Беҙ “Ҡар батшабикәһе” уйынын уйлап сығарҙыҡ. Йәл, ҡар тиҙ иреп бөттө. Ул ҡыҙыҡлы уйынды ҡабат уйнай алманыҡ.
Өләсәйҙәрҙең ихатаһын шифалы үлән баҫҡайны. Үләндең остарында ваҡ ҡына тубырсыҡтары бар. Еҫе тәмле генә. Олатайың шуны йыйып тоҡҡа тултырып аптекаға тапшыра, ти торғайны өләсәй.
Үҫә төшкәс әсәй банкыға һөт ҡойоп аръяҡҡа, өләсәйҙәргә ебәрә. Мин бәләкәс кенә аҙымдар менән юлда туҡтап уйнай-уйнай саҡ барып етәм. "Ай, ҡыҙым, эшкинде бит!"– тигәнде ишетеү үҙе ни тора! Бер мәл артҡы бәләкәй ҡапҡа бауына үрелеүем булды, ялп итеп башыма бер нәмә осоп та ҡунды. Ауыр ҡанаттары менән мине туҡмай-туҡмай, күҙ тирәмдән суҡып та алды. Һөтлө банкым бер яҡҡа тәгәрәне, үҙем шарылдап бар көсөмә этәрелеп, ғифрит тырнағынан ысҡынырға маташтым. Ихатанан тауыштар ҡушылды. Олатай ҙа яман аҡырып әтәскә ташланды. Өләсәйҙең ҡауғалы тауышын ишетеп ҡалдым.
– Әйттем мин һиңә, берәйһенең күҙен соҡоп ала инде, тип. Дауна салып ырғытмай уны! – Осоп ҡунған әтәс шунда уҡ салып ырғытыла.Өләсәй мине ҡосағына ала. – Ҡолонсаҡҡайымды! Күҙ – кәртәле, тигәндәре дөрөҫ инде, ярай күҙен суҡымаған, – тип күҙ аҫтынан сөбөрләп аҡҡан ҡанды һөртөп, яраға сепрәк баҫа. Олатай юл япрағы йыуып алып килә. Ҡан бер аҙҙан туҡтай ҙа мин, “ранен” булғанды ла онотоп, өләсәй әтмәләп биргән сепрәк ҡурсаҡ менән уйнарға тотонам...
Әсәй мине өләсәйҙәргә ҡалдырып китә ине. Һөйөп, яратып торһалар ҙа, оҙаҡҡа ҡалдырғандары булмаһа ла, әсәй менән атайҙы һағынып сеңләп илап ала инем. Бер ваҡыт мине өйҙә бикләп ултыртып ҡалдыра башланылар. Эсем бошоп буҙлап иларға ғына тотонғанда өләсәй килеп инеп мине әсирлектән ҡотҡарып, етәкләп алып ҡайтып китте. Мин әсәйҙән һорамай китеүемә ҡайғырам. Әсәй ҡайтып инер ҙә мин юҡ бит инде. Нишләр инде? Бер заман Ҡыҙыл ташып күперҙе ағыҙып алып китеүен хәбәр иттеләр. Әсәй менән атай биръяҡта, беҙ аръяҡта торҙоҡ та ҡалдыҡ. Ҡысҡырып иларға тотондом. Өләсәй иртәгә күпер эшләмәһәләр, кәмә менән сығарып ҡуйырбыҙ тип ышандыра. Үҙемдең йылға аша кәмә менән йөҙөп сығып барғанымды күҙ алдына килтереп тынысланам, йылмаям, һикереп уйнарға тотонам. Ҡулдарымды сәпәкәйләп ҡуям. Бына мин даръялай булып йәйелгән Ҡыҙылдан кәмә менән йөҙөп сығып барам. Ҡалғанын иҫләмәйем. Моғайын, иртәгәһенә ҡайтарып ҡуйғандарҙыр. Сепрәк ҡурсаҡҡа әүрәтеп, урындыҡҡа теҙеп һалып әкиәт һөйләп күңелде йыуата өләсәй.
– Ана, күрәһеңме, ауҙа үрмәксен дерелдәй. Рафиҡ ағайың сыҡҡан ти ҡайтырға. Ул Нефтекамский тигән ҡалала эшләй. Ҡулына ҙу-у-у-р сумаҙан да отҡан, ти. Әйҙә ҡарайыҡ, нимә алған икән күстәнәскә?
Беҙ, урандыҡта теҙелешеп ятҡан ваҡ бала-саға, кемуҙарҙан һөйләргә, хыялланырға тотонабыҙ. Мин кәнфит һалғанын беләм! Башҡа нәмәне теләмәйем дә, шикелле. Мәрүән ағайым значок йыйғас, значок, ти. Өләсәй үҙенә яулыҡ алғандыр, ти. Минең күҙ алдыма сумаҙан тотҡан
ағай килеп баҫа.
Бер ваҡыт Рәсүл ағайың һиңә еңгәй алып ҡайта тинеләр. Мин еңгәйҙе шул хәтлем оҡшатҡаным. Рәсүл ағай ҡаҙ шикелле, ә еңгәй себеш кеүек кенә, тигәнем. Ниңә улай һәр нәмәне икенсе күренеш менән сағыштыра барғанмындыр. Өләсәй менән олатай минең хәбәремде һөйләп көлөшәләр. “Ҡыҙымды кран машинаһына ултыртып Мишәргә кәләш әйттерергә апарабыҙ инде”, – тине өләсәй мине тупылдатып һөйгәс, иҙәнгә төшөрөп. Өләсәй әйтте, бөттө бит инде. Бойороҡ кеүек ҡабул ителә. Миңә аҡ ерлеккә алмағас сәскәләре төшөрөлгән күлдәк тегелде. Әсәйемдең күлдәге лә шул тауарҙан ине. Миңә лә күлдәк дан сыҡты. Өләсәйҙең алдына тантаналы рәүештә барып ҡунаҡланым. Ҡалғаны хәтерҙән юйылған. Вазифа еңгәм күк кенә ҡашлы һырға бүләк иткәйне. “Еңгәй балдағы” тиҙәр беҙҙең яҡта. Рәсүл ағай бер беҙҙе, бала сағаны, балыҡ ҡармаҡларға Ҡыҙыл буйына алып сыҡты.
– Шымығыҙ, балыҡ ҡурҡа тауышығыҙҙан! – тип ипләп кенә киҫәтеүен, “Аҡ сабаҡ, ҡара сабаҡ, ҡармаҡҡа тиҙерәк ҡап, ҡармаҡҡа тиҙерәк ҡап та ялтырап ярға сығып ят!” тигән һамаҡты ла ул өйрәткәйне. Беҙ көн дә әйтеп йөрөгөн һамаҡтар күп тә ул: ҡояш сығыуҙан башлана ла улар Ай ҡалҡҡанға тиклем, ятып киткәнгә тиклем дауам иткән. “Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ, Һалҡын ағай, кит, кит!”. “Ай күрҙем аман ғына, ауыҙым тулы иман ғына” һәм шуның һымаҡтар. Йәшел һуған ашағанда ла өләсәй һамаҡ өйрәтә, : “бөгөл, бөгөл, бөгөл дә, һуған әсе түгел дә!”
Рамил ағай автобус йөрөтә. Беҙҙе, бала сағаны, бер автобус итеп тейәп, һыу буйына барып туҡтай. Барғансы ҡысҡырып йырлайбыҙ. Автобусын йыуышҡан кеше булабыҙ. Беҙҙе әллә ни күреп һорауҙар бирә, беҙҙең яуаптар түкмәй-сәсмәй олатай менән өләсәйгә һуңынан һөйләнеләсәген мин белеп торам. Шуға артыҡ һүҙ ҡыҫтырмайым. Минең шәплек – тапҡыр һүҙлелектә. Көтөлмәгәнлектә. Мостафа апа (беҙҙә атайҙан оло ир кешене апа тиҙәр) үтеп барғанда ситән башынан: “Мостафа апа, тупа сөйгә ут яҡмағыҙ, төтөнө борҙап тора-ааа!” – тип ҡысҡырырға кем өйрәтеп ҡуйған тиһегеҙ? Берәү ҙә өйрәтмәгән. Аралары төтөнһөҙ булғанға мин ғәйеплеме ни? Бары таҡмаҡ ҡына ҡысҡырып ултырам. Мостафа апа иҫе китмәй генә, мыйыҡ ситенән генә йылмайым үтеп китә. Күҙ сите менән генә күреп ҡалам, әсәй йәшен тиҙлегендә шыйыҡ сыбығын алып миңә яҡынлай, ситәндән һөйрәп тигәндәй төшөрөп, арҡанан бер-ике һыҙырырға өлгөрә. Нәсилә ҡасып ҡотолоп өйгә оҙаҡ ҡына ҡайтмай йөрөйөм. Өләсәйҙәр яғына ҡарап торам. Улар бит әсәй кеүек миңә ҡаты түгел. Барһам, Көнастай ҙа Көнастай тип алдыма барлыҡ нәмәләрен теҙеп һалалар.
- Минең ҡыҙым врач була! – ти олатай. Мин уға ихлас ышанам. Теге ҡурсаҡты ауырытып, дауаларға тотонам. Эштән ҡайтып ойоп ҡына киткән атайым да шул ауырыуҙар иҫәбендә. Ҡурсаҡ уколға түҙә лә, атай ғына һикереп китә.
- Кем? – ти ул аҙарынып.
- Ми-мин... – тием ғәйепле төҫ менән. – Врач таһа...
Атай түҙә. Баҫыла. Асыуын еңә.
- Көнастай ҡайҙа? Көнастайҙы апкил! Ай, баламды илатып ни!!! – тигән орошоуҙар әсәйем менән атайым алдында минең ниндәй ҡиммәтле бала икәнлегемде аңларға ярҙам итә. Мин улар өсөн – Алла. Бер-берәүҙәрҙең ейәнсәре мин.
Мине ҡулында ҡурсаҡ кеүек өйөрөлөп олатай уйната. Аяҡтары менән юғары сәйә. Шунан өләсәй ҡулына күсәм. Их, тәмлелеге ошоноң, өләсәй ҡыҫып-ҡыҫып яратып еҫкәй. Ошо бала ҡәберем осона килеп китһә лә бәхет тип ятыр инек, эйе бит? Олатай баш ҡаға. – Бәхет, бәхет, беҙҙең бәхет! Мине туп кеүек итеп бер-береһенә биреп яраталар. Мин күбәләк кеүек ике бәхетле араһында осоп йөрөйөм.
Олатай менән өләсәй ҡыр яҡҡа барһа, миңә бүләк алып ҡайтыр ине. Өләсәйҙең мунсаҡтары әле булһын хәтеремдә. Оҙо-о-он итеп һәлбертәеп тағып алып йөрөй торғайным. Олатай үҙе төшкән фотокарточкаларына “На долгую вечную память внучке” тип яҙған булып, ҡултамғаһын ҡуйып бирер ине. Бер ул миңә ағас самауыр ҙа алып ҡайтты. Уның ҡапҡасына ручка менән яҙып та биргәйне. Мин ни уны ябай уйынсыҡ тип уйлап уйната инем. Хәтер булыр, ҙурайғас күңел йыуанысы булыр, тип әйтмәгәндәр шул. Әсәйем тартып алып серватҡа бикләп ҡуя ине ул ҡуйыуын. Мин уны икенсе төрлө аңлағанмын. Минеке булғас, минеке булырға тейеш тип. Олатайға бәйле тимер самауыр менән булған иҫтәлек тә бар. Уныһын – күңелдең төпкөлөнә-ә-ә йәшергәнмен. Хәҙер “Авито”ны асҡанда шул ваҡ самауырҙар килеп сыға. 500 һумға һатыуҙарын күреп күҙемдән йәштәрем тәгәрәй. “Һатып алам!” – тигән ҡарарға киләм дә тыйылам. Эш аҡсала ла түгел шул.
Тәүгә Сәғидә апайҙы кәләш кейемендә күрҙем дә телһеҙ ҡалдым – ҡалай матур ул апайым! Ап-аҡ ҡына оҙон к-лдәгенең итәген күтәреберәк йөрөүендә ҡатын-ҡыҙҙың нәзәкәте, бар йәме сағыла ине бит. Аҙаҡ иҫләйбеҙ – туҡтауһыҙ ямғыр яуып торғанға ул шулай иткән икән. Апайҙың ҡыҙы тип таныштыралар үҙем менән йәштәш бер бумала башты. Әсәһе мәрхүмә булған, тип тә өҫтәгәс, миңә ул ҡыҙ йәл булып китә. Кескәй йөрәгемде йәлләү менән бергә ҡурсаларға теләү теләге ҡыҫа.
Өләсәй менән олатай икеһе лә баҡыйлыҡҡа күскәс, күңел донъям бойоҡто, уларҙы юҡһындым. Олатай үлгәс, үлем нимә икәнен беренсе тапҡыр тойҙом. Беренсе тапҡыр мәйет һалҡынлығын белдем. Әле булһын, уны оҙатҡанда һибелгән хушбый еҫенән күңелем болғана башлай. Бәпес кенә кеүек ята олатай. Мин яратҡан йөҙ тораташтай ҡатҡан. Артыҡ үҙгәрмәгән дә. Ҡурҡыныс та түгел. Оҙаҡ үҙемә килә алмай йөрөнөм. Күңелем менән олатай портретын эҙләнем. Юғалттым. Бер заман улар йәшәгән өй янып юҡҡа сыҡты. Уттан ҡалмай тигәндәре дөрөҫ, документтар, фотолар – барыһы, барыһы ла көл булды. Мин эстән генә оҫталарҙың-оҫтаһы Әхмәт Лотфуллиндың Әхмәт олатайымды кәүҙәләндергән портреты менән хушлаштым. Янып юҡҡа сыҡҡан инде, тинем эсем өҙөлөп.
Олатай берәй ҡурҡыныс, йә ауыр юғалтыу булыр алдынан төшөмә инде. Йылмаймай, һөйләшмәй, борсоулы йөҙөн генә күрһәтә лә юҡҡа сыға. Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллин Орсоҡ ауылында тыуған икән. Уның атай-олатаһы имамдар булған. Революция башланғас, мулла-монтағый тип, шундай зыялы кешеләрҙе себергә һөрөргә тотоналар. Әхмәт Лотфуллин ғаиләһен дә шундай яҙмыш көткән. Әммә Әхмәт олатайҙың атаһы Әхмәтсафаның бер туған ағаһы Шакир быға юл ҡуйҙырмаған. Был хаҡта үҫә төшкәс, билдәле рәссамдың фотоальбом китабынан уҡып белдем.
Билдәле рәссам, күрше ауылға өй һалғас, "Волга"ла ҡайтып йөрөй башланы. Уны белмәһәм-белмәҫ инем, БДУ-ның икенсе курсын тамамлап, ауылға каникулға юлландым. Юлдар төҙөкләндерелеүе арҡаһында автобустар йөрөмәй. Шуға үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайта торған юл сатына баҫҡанмын. Ялтырап үтеп барған "Волга"ны, ундай машинала фыртауайҙар ғына йөрөйҙәр шул тип, тыныс ҡалып, ҡул да күтәрмәй, тораташтай баҫҡанмын. Бер заман һәр тиҙлектә елгән машина шып туҡтаны ла алда ултырған ағайҙың аҡ башы күренде. "Әйҙә, кил, ултыр, йәһәт!" – тип ҡул иҙәне ул миңә. Аптырағас, йүгереп барып ултыра һалдым. Таныным бит үҙен! Был бит Әхмәт Лотфуллин! Ул яй ғына башын бороп, ҡайҙа уҡыуымды, нимә менән шөғөлләнеүемде һораштыра. Күрше Рауил ауылын йылп итеп үтеп киткәс, бөйөк рәссамдың мине тыуған ауылым Ишҡолға тиклем алып барып ҡуйырға ҡарар итеүен аңланым. Күңелде бөткөһөҙ шатлыҡ солғай. Ул күп ваҡыт минең әйткәндәрҙе уйлап, бер аҙ шымып бара. Бына килеп тә еттек. Юл да бөттө. Рәхмәт әйтеп төшөп ҡалам. Шул ваҡыт тағы күҙ алдыма олатай портреты килә. Эҫелә нисек ҡайтып етермен тип торғанда ошо портрет авторы осортоп ҡына мине алып ҡайтып ҡуйҙысы! Рәхмәт төшкөрө! Ә ниндәй ябай үҙе! Юл буйына артыҡ һорау биреп, оҙон хәбәр һөйләп тә йонсотманы. Юлға ҡарап уйлана-уйлана ҡайтты. Мин уның эштәрен күрһәм, донъямды онотоп текәлә инем. Ниндәй реалистик картиналар, ысынбарлыҡ, беҙҙең йәшәйеш, йөрәккә яҡын һәр биҙәк дөрөҫ һынландырылған! Уларға ҡарап күҙҙәр шатлана, йән ял итә. Битемә тыуған яҡтың еле килеп һырылғандай, ҡыҙыу ҡояшы нурҙарын һипкәндәй тойола уларға ҡарап тора башлаһам. Ниндәй алсаҡлыҡ, салт яҡтылыҡ, өмөт уларҙа!
Йәл, олатай портреты күҙ алдымда ғына, минең хәтеремдә генә. Әгәр рәссам булһам, күңелемдән уны тергеҙә алыр инем, бәлки. Әммә был һәләт миңә бирелмәгән. Әле булһа, телефонға фотоһын төшөрөп алһам да ҡәнәғәт ҡалыр инем. Апайҙарым менән һөйләшкәндә: "Янғында янып юҡҡа сыҡты инде ул портрет та", – тиештеләр. Әммә күңел был юғалтыуға риза түгел ине, хәтеремдә уны ҡабат-ҡабат байҡаным.
Әхмәт олатайҙы тыуҙырған ваҡытта өләсәй үлеп ҡала. Олатайҙың игеҙәге лә әсәһе артынса баҡыйлыҡҡа юллана. Олатайҙың Мәрфуға апайы була. Әхмәтсафа олатай, олатайҙың атаһы, Аҫыл өләсәйгә өйләнә. Өйләнгәс, олатайҙың Рафаэль ҡустыһы тыуа. Етем ҡалған Мәрфуға өләсәйҙе, илатып, йәш кенә көйө, 14 йәшендә генә, Ғилметдин олатай Хөбөтдиновҡа кейәүгә бирәләр. Уның: “Ирем ҡурсаҡ уйнарға рөхсәт итә ине”, – тип һөйләгәнен иҫләйем. Аҫыл өләсәй менән Әхмәтсафа олатайҙың йәш аралары бик ҙур. Ул 12 генә йәшендә кейәүгә бара олатайға. Шул ваҡытта Әхмәт олатайға әсәй булып, уны бәүетеп үҫтерә. Күп тә тормай Әхмәтсафа олатай донъя ҡуя. Шунан Аҫыл өләсәй Ғилметдин Юлдашбаевҡа кейәүгә бара.
Бер ваҡыт Динә һәм Фәриҙә һеңлеләремде Өфөгә килгәндәрендә ҡунаҡҡа алып ҡайттым. Улар тыуғанда олатай мәрхүм ине инде. Апай, һөйлә әле, олатай менән өләсәй хәтереңдә нисек ҡалды, тигәстәр, ошо хәтирәләр менән бергә портрет хаҡында ла, күңелдә йөрөгән көйөк хаҡында ла әйтмәй булдыра алманым. Фәриҙә һеңлем ошоларҙы ишеткәс, хатта ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
– Ул портрет бар бит ул, апай, янғын булмаҫ борон әле үҙ ҡулдарым менән мәктәп музейына илттем, – тине. Күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты хатта!
Ҡулъяҙмалар янмай, тигәнгә “шул иҫәптән портреттар ҙа” тип өҫтәр инем. Уны ниндәйҙер көс янғын алдынан ҡотҡарыу сараһын да күргән бит. Олатайымдың Әхмәт Лотфуллин төшөргән портреты Ишҡол урта мәктәбенең музейында һаҡлана.