Быйыл иһә, июнь айында ҡыҙым Төркиәгә уҡырға юлланғанда йыл буйы онлайн уҡытҡан уҡытыусыларына, башҡа таныш-белешкә рәхмәт йөҙөнән алып барырға башҡорт сувенирҙары һайларға булып киттек. Иң тәүҙә “Спорт” туҡталышында урынлашҡан “Ағиҙел” художестволы кәсептәр предприятиеһының фирмалы кибетенә юл тоттоҡ һәм һис тә үкенмәнек. Эшмәкәрлеге һүлпәнәйгән был ойошмаға бер нисә йыл элек Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова етәксе булып килгәс тә “Ағиҙел” йөҙөн ыңғай яҡҡа үҙгәртеп, заманса алымдар ҡулланып матур эшләп китте. Үҙе лә милли биҙәүестәр яһау оҫтаһы булараҡ билдәле Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы предприятиеға заманса моданы, актуаль тенденцияларҙы аңлаған белгестәрҙе йәлеп итеп шәп команда төҙөй алды. Һүҙем бер аҙ ситкә китте, шулай итеп ҡыҙым менән “Ағиҙел”дең фирмалы кибетенә барып индек һәм ундағы иркенлектән, зауыҡтан кәйефебеҙ күтәрелеп тә китте. Шулай булмай ни, магазин йорттағы кеүек түрбаш, йоҡо бүлмәһе, ҡунаҡ яғы кеүек зоналарға бүленгән, һәр тауарҙы тотоп, ҡапшап ҡарау мөмкинлеге бар, төрлө ҡалынлыҡтағы кеҫәгә ярашлы сувенирҙар табырға була унда. Ә инде беҙҙе иң ҡыуандырғаны фотозона булды. Башҡорт интерьерында иркенләп фотоға төштөк. Ат фотопринты төшкән сағыу шопер, милли биҙәкле кәсәләр һәм ҡалаҡтар, сигелгән етен салфеткалар, шулай уҡ Өфөлә етештерелгән бал һәм төрлө үләндәр ҡушып яһалған төрлө кремдар ҙа алдыҡ. Әллә ҡайҙарға йөрөп ваҡыт әрәм итмәнек, кәрәгенсә бүләк-сувернирҙарҙы һәм башҡа продукцияны бер урында таптыҡ.
Әйткәндәй, “Ағиҙел” художестволы кәсептәр предприятиеһы июндә шулай уҡ Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында ла тирмә-кибет асып ебәрҙе. Унда ла ассортимент бик бай.
Бай тарихлы “Ағиҙел” берекмәһе Фольклориада ҡунаҡтары өсөн башҡорт милли кейемендә матрешкалар һәм башҡа махсус продукция ла әҙерләне. Шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары Азамат Юлдашбаевтың “Мосафир”, Арслан Бикбайҙың “Бикбайман” һәм башҡа байтаҡ шәхси ойошаларҙың милли сувенирҙарын юғары баһаланы. “Торатау” конгресс-холы эргәһендә байрам көндәрендә барған халыҡ кәсепселәренең йәрминкәһендә, Башҡортостан оҫталарынан тыш, Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө төбәктәренән килгән уңғандарҙың ҡул эштәрен дә һатып алырға була.
#WorldFolkloriadaRussia
#FolkloriadaUfa
#CIOFF
#CIOFF_Russia
#Всемирнаяфольклориада
#Фольклориада2021
#АғиҙелЖурналы