Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
7 Июль 2021, 00:29

“Ҡырағай башҡорт” Манижа йәшәгән ҡунаҡханаға һыбай барған һәм йырсыға 101 рауза бүләк иткән

Милләт-ара тигеҙлек һәм толерантлыҡ көрәшсеһе, ерле бәләкәй халыҡтарҙың һәм гастарбайтерҙарҙың да дәүләт барлыҡҡа килтергән милләт менән тиң хоҡуҡлы булыуы ҡағыҙҙа ғына булмаһын өсөн көсөн йәлләмәгән тыныслыҡ илсеһе, эпатаж йырсы Манижаға иғтибар итмәү, уны инҡар итеү бөтөнләй мөмкин түгел! “Евровидение”лағы сағыу сығышы  менән донъяны таң ҡалдырған, бала сағында һуғыш барған Таджикистандан  Рәсәйгә ҡасып килеп, нисек бер ауыҙ русса белмәй Мәскәү мәктәбенә уҡырға төшкәс кисергән ауырлыҡтары һәм буллинг тураһында ҡурҡмай, асыҡтан-асыҡ һөйләгән йәнә лә кешелекте бары тик мәҙәниәтлек һәм аң-белем генә ҡотҡара тип оран һалған йырсыға һоҡланыусылар ҙа, хатта  уны һөйһөнөп етмәүселәр ҙә байтаҡ, асылда.

“Ҡырағай башҡорт” Манижа йәшәгән ҡунаҡханаға һыбай барған һәм йырсыға 101 рауза бүләк иткән
“Ҡырағай башҡорт” Манижа йәшәгән ҡунаҡханаға һыбай барған һәм йырсыға 101 рауза бүләк иткән
“Ҡырағай башҡорт” Манижа йәшәгән ҡунаҡханаға һыбай барған һәм йырсыға 101 рауза бүләк иткән
“Ҡырағай башҡорт” Манижа йәшәгән ҡунаҡханаға һыбай барған һәм йырсыға 101 рауза бүләк иткән

Шуға ла, уның VI Бөтә донъя Фольклориада байрамына Өфөгә килеүе лә шау-шыу тыуҙырмай ҡалманы. Ихлас күңелле йондоҙҙо Башҡортостан ҡунаҡсыл ҡаршыланы. Ә инде Инстаграмда “Ҡырағай башҡорт” (“Дикий башкир”) исеме менән билдәле Илнур Мифтахов барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе, ул йырсы туҡтаған ҡунаҡхана янына йөҙ ҙә бер рауза сәскәһенән гөлләмә һәм йырсының әсәһе Нәжибә ханыма башҡорт ҡатыны-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе селтәр тотоп һыбай елдереп килеп еткән. Манижаға бындай сюприз  бик оҡшаған, ғөмүмән, ул Башҡортостанға ғашиҡ булыуын йәшермәй. Эштәр былай барһа, уның беҙҙә ҡалып та ҡуйыуы бар, шулаймы, дуҫтар!

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: