Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
9 Февраль 2021, 13:41

Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле башлана.

Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле башлана. Төп бүләк – 50 мең һум. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Сибай#УралАръяғыТауышы

Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле башлана. Төп бүләк – 50 мең һум. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
«Өсөнсө миҙгел була! «Урал аръяғы тауышы» шоу-проекты республика тормошона шаулап килеп инде һәм шунда уҡ ҡатнашыусыларҙың да, тамашасыларҙың да йөрәген яулап алды. Хәҙер ҡалабыҙҙың брендына әүерелгән конкурстың өсөнсө миҙгелен башлайбыҙ!» — тип хәбәр итте ҡала хакимиәте етәксеһе.
Проектта йырларға яратҡан 18-45 йәшлек һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Шоуҙың сценарийы Беренсе каналда барған билдәле шоуҙың форматы буйынса төҙөлә. Һайлап алынған ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар менән шөғөлләнә. Тамашасыларҙың смс-тауыш биреү юлы менән иң яҡшыны һайлап алыу мөмкинлеге бар. Көнәркәштәре менән музыкаль баттлдарҙан һуң иң моңло тауыш эйәһенә төп бүләк тапшырыла.
Шоу-проектта ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2021 йылдың 25 февраленә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт – проекттың рәсми төркөмөндә.
Читайте нас: