Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
16 Февраль 2020, 09:20

Төндәлектәр. “Ағиҙел”дән ҡотолдом, тип туғарылыу хаҡында уйламайым. Бында эшләгән йылдарым төштәремә инер әле.

“Ағиҙел” журналында оҙаҡ эшләмәнем. Бәлки, оҙаҡларға ла булмағандыр. Хәйер, дүрт йыл самаһы ғүмеремде отпускыһыҙ-ялһыҙ тип әйтерлек, журналға бағышланым.

“Ағиҙел” журналында оҙаҡ эшләмәнем. Бәлки, оҙаҡларға ла булмағандыр. Хәйер, дүрт йыл самаһы ғүмеремде отпускыһыҙ-ялһыҙ тип әйтерлек, журналға бағышланым.
Дүрт йыл ғүмер, иртәнге 7-нән кискә тиклем бер тынала үтте лә китте. Нимәләргә өлгәштем һуң? Әле ҡәләмдәштәр менән шуларҙы барлап ултырҙыҡ. Ныҡышып эҙләһәң, табыла икән. Иң мөһимдәренең береһе – шыпа айныҡ, араҡыны яратмаған кешеләр менән эшләнем. Роман, повесть, шиғыр йыуыу – бөттө. Сабир ағай, йәне йәннәттә булһын, әллә ҡыуанды, әллә ҡайғырҙы, эскене бөтөрҙөң, тип әйтеп ҡуйҙы.
Тиражды һаҡлап алып ҡалдыҡ. Тираж ул – иң тәүҙә аҡса тигән һүҙ. Әйткәндәй, ҡулдан килгәнсә, шаҡ ҡатырлыҡ йөкмәткеле, алтын хәрефтәрҙән ҡойолған әҫәрҙәр ижад итергә мөмкин, ләкин тырышыуыңдан ни файҙа, әгәр яҙғандарыңды уҡыусы булмаһа? Ошо тираж киләсәктә лә һаҡланһын ине.
Ҙур булмаған коллектив Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәр исеме менән, Салауат Юлаев Ордены кавалеры, яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай ижады менән тулыланды.
Тормошҡа һәм ижадҡа айыҡ күҙ менән ҡарағандар араһында булыуҙан да күңеллерәк тойғо бармы икән? Беҙ кисерҙек, һеҙгә лә шундай ҡыуаныс кисерергә яҙһын!
Ижадтан ҡотолоу юҡ, ошонда кисергән шатлыҡтарым төштәремә инеп уятһын.
Читайте нас: