Ағиҙел
0 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
15 Февраль 2020, 20:15
Төндәлектәр. Эсмәгән кешегә йәшәүе рәхәтме? Эскәндәр араһында һыйышып йәшәп буламы?
Уртаса ун эскәнгә бер айныҡ тура килә. Хеҙмәт юлымды башлағанда әүҙем эскәндәр менән эшләргә тура килде. Улар эскәс, эштәрен миңә башҡарырға тура килә торғайны. Дүрт йыл мәктәп директоры булып эшләнем, мейес яғыусылар көндөҙ үк иҫерешеп бөтә һәм ҡаҙанлыҡ миңә ҡала.
Дүрт Яңы йылды күмер көрәге тотоп ҡаршы алдым. Шунан һуң, үҙемә эскәндәр менән эшләмәҫкә, тигән ант бирҙем. Аллаға шөкөр, өлөшләтә үтәй алдым. 1985-1999 йылдарҙа үҙ хәбәрсе генә булып эшләгәс, бындай мәшәҡәт миңә янаманы. Сөнки бер үҙем, минән башҡа үҙ хәбәрсе юҡ. 1999 йылдан 2011 йылға тиклем, нисек әйтергә, “йәшел йылан” яратыусылар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә тура килде. Иң ауыр һәм ҡатмарлы иҫтәлектәр шул осорҙан ҡалған.
Һуңғы дәүер “Ағиҙел” һәм “Һәнәк”те мөхәррирләйем, эргәбеҙҙә 20, унар йылдан ашыу араҡыны бар тип тә белмәгәндәр менән эшләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы ваҡыт күңелһеҙ булып китә. Бөтәһе лә байрам рухы кисерә, ә беҙ – етди, тимәк, айныҡ.
Кемгәлер, бәлки, оҡшамаҫ, һәр хәлдә, эсмәйенсә лә йәшәп була икән. Айныҡ булайыҡ!
Дуҫтар! Рәлиф Кинйәбаевтың "Төндәлектәр"ен артабан уҡырға теләһәгеҙ,
"Һәнәк" журналы сайты
н һәм
"Бәйләнештә"ге төркөмөн
ҡарап барығыҙ.
Читайте нас: