Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
14 Февраль 2020, 19:21

Төндәлектәр. Ижад. Тәмәке һәм араҡыға мөнәсәбәт.

Эскән кеше беҙҙең арала булһа, ул шунда уҡ күренеп бара һәм уның хаҡында яман хәбәр, ҡайҙа барһа ла, артынан эйәреп йөрөй. Шулай шул, ҡара сәкмәнеңдән ҡотолоп булмай. Эсмәгәс, тәмәке тартмағас, мөхәббәтле булмағас, унан ниндәй яҙыусы сыҡһын, тигән ҡалыплашҡан фекер ҙә йәшәй был донъяла.

Мин тәмәкене ижадымдың яңы моронлаған сағында тәмләп ҡараным. Күпмелер ваҡыт үткәс, оҡшағанын тоя башланым. 25 йыл ауыҙымдан төшмәне, 1976 йылдан 2001 йылға тиклем әүҙем тартыусылар исемлегендә инем. 2001, Яңы йылдан һуң, йүткереп сирләп киттем, тәмәке тартыу түгел, тын алып булмай. Аҙна буйы ҡайнар сәй генә эсергә тура килде. Һауыҡҡас, тын юлдарымдың иркенәйгәнен тойҙом, баш асылып ҡалды. Бер аҙна, өҫтәп, бер ай тәмәкеһеҙ йәшәп ҡараным. Бәй, тартыуҙы ташлауҙың бер нимәһе лә юҡ икән дәһә. Шулай итеп, үҙемдең ихтыярлы икәнлегемде аңланым.
Араҡыға килгәндә, уға битарафтарға өҫтөнлөк бирәм. Үҙем дә – шулар иҫәбенән. Ә нисә йыл араҡы ҡулланмайынса йәшәп була? Был хаҡта киләһе төндәлектә белеһегеҙ.

-------

Дуҫтар! Рәлиф Кинйәбаевтың "Төндәлектәр"ен артабан уҡырға теләһәгеҙ, "Һәнәк" журналы сайтын һәм "Бәйләнештә"ге төркөмөн ҡарап барығыҙ.
Читайте нас: