Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
10 Февраль 2020, 08:05

Төндәлектәр. Әгәр былай уҡ ауыр икәнлеген белһәм, һис тотонмаҫ инем.

1980 йылдың ғинуарында һуңғы сессияға әҙерләнәбеҙ. Ғинуар урталарында Ишбулды Ғиниәт улына хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенән имтихан бирәбеҙ. Имтихан алдынан промзонала ҡарауылда булғайным, әҙерләнергә лә йәтеш булды, бүлмәлә “Ағиҙел” журналдары ла байтаҡ ҡына ята.

Үткән йылдарҙа сыҡҡан журналдың береһендә Әнүәр Бикчәнтәевтың һуғыш хәтирәләре баҫылған. Иҫтәлектәргә күҙ йүгертеп сыҡтым һәм бер ваҡиғаға иғтибар иттем. Яҙыусы фронтта саҡта яугирҙар менән осрашыуға атаҡлы Корней Чуковский килә һәм һөйләшеүҙән һуң, ижад итеүселәр бармы, тип һорай. Әнүәр Бикчәнтәевты күрһәтәләр. Корней Чуковский башҡорт яҙыусыһынан, әле нимә буйынса эшләйһегеҙ, тип һорай. Әнүәр Бикчәнтәев пьеса ижад итеүе хаҡында әйтә. Корней Чуковский, драматургия – сәнғәттең иң ауыр, ҡатмарлы һәм юғары нөктәһе, тип әйтә һәм үҙенең дә пьеса яҙыуы тураһында һөйләй.
Имтихан бирәбеҙ. Миңә Әсғәт Мирзаһитовтың драматургияһына ҡағылышлы һорау эләкте. Яуапты беләм – “Утлы өйөрмә”... Хәҙер, ваҡыт һынауын үтә алмау сәбәпле, иҫкә алынмаһа ла, ул осор уңышлылар иҫәбендә ине.
Һуғыш ваҡытында Әнүәр Бикчәнтәев менән Корней Чуковский осрашҡан, пьеса хаҡында һүҙ булған, Корней Чуковский драматургия хаҡында шулай, тип әйткән, ошо ҡатмарлы һәм ауыр жанрҙа Әсғәт Мирзаһитов уңышлы ижад итеүселәрҙең береһе, тип кинәнеп башлауымды уҡытыусым оҡшатманы.
– Ни эшләп бушты һөйләйһең? Әнүәр Бикчәнтәев менән Корней Чуковский ҡайҙа осрашһын? – тип бүлдерҙе.
– Фронтта осрашҡан, – тинем мин, күҙ ҙә йоммай.
– Уны ҡайҙан беләһең? – ти.
– “Ағиҙел” журналынан, – тип яуап бирҙем.
– Ҡайһы һанында яҙылған?
– Былтырғы журналдың фәлән һанында...
– Ярай, артабан һөйлә.
Тырыша-тырыша, белгәнемде һөйләп сыҡтым. Оҡшаманы. “Шәп һөйләнең, ҡайҙан күсерҙең?” – ти уҡытыусым. Билдә ҡуйырға ла ашыҡмай. Бар, былтырғы журналдың фәлән һанын килтер, ти. Миңә кафедраға барып, журналдың шул һанын алып килеүҙән башҡа сара ҡалманы. Уҡып сыҡты, ышанды һәм “4”-ле ҡуйып ебәрҙе.
Драматургияның, ысынлап та, ҡатмарлы һәм ауыр жанр икәнлеген үҙ елкәмдә татыным. Юҡҡа тотондом, тип үҙемде әрләгән, үкенгән саҡтарым күп булды. Ә бит белә инем, Корней Чуковскийҙың һүҙҙәрен онотмағайным. Яҙғандарымдың барыһы ла тормоштан алынған, уйҙырмалар менән тамашасыны ышандырып та, илатып та булмай. Был хаҡта элек тә һөйләгәнем дә, яҙғаным да бар. Тик, баяғы, һабаҡ ҡына алғаным юҡ. Шулай ҙа, үкенә был, тип уйлай күрмәгеҙ...
Читайте нас: