Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
9 Февраль 2020, 08:05

Төндәлектәр. Алыҫлашҡан һайын нығыраҡ һағындыра. Әле булһа һабаҡ алғаным юҡ, белгәнемде әйтәм дә ҡуям.

Күңелле һәм дәртле итеп уҡыныҡ. Әле лә хәтерләйем, көн һайын уҡырға барғы килеп тора. Имтихандар етһә, үҙе бер мәрәкә, бына, мәҫәлән, педагогиканан имтихан бирәбеҙ.

Уҡытыусыбыҙ талапсан һәм мыжыҡ ҡына. Шулай ҙа, кәйефе күтәренке һымаҡ, билдәләрен дә йәлләмәй. Минән алда ғына Миңзифа исемле (йәне йәннәттә булһын, былтыр вафат булған, тип ишеттек) ҡыҙ һөйләй. Ныҡ уҡыған, шартлатып һөйләй, Ушинскийҙың ҡатмарлы ғына ярты битлек цитатаһын бер тынала уҡып сыҡты. Уҡытыусыбыҙ тел сартлатып ултырҙы һәм “5”-ле ҡуйып, сығарып ебәрҙе.
Хәҙер миңә имтихан тоторға, һорау – Марксизм-Ленинизм классиктары педагогика хаҡында. Мин был турала бала саҡтан уҡып үҫкән кеше, һөйләргә дәртләнеп торам. Ни өсөн бала саҡтан беләм? Сөнки беҙҙең ауылдың яңы клубында сәхнәнең иң түренә “Искусство принадлежит народу. В. И. Ленин”, – тип, ә уң яҡта бер бағана итеп “В науке нет широкой столбовой дороги, и только тот достигнет ее сияющих вершин, кто не страшась усталости, карабкается по ее каменистым тропам”, – тип Карл Макстың һүҙҙәре яҙылған. Даһи һүҙҙәре ҡайҙан хәтереңдә ҡалған, тип һораһағыҙ, клубтағы бағанаға һылтанам.
Юҡ, оҡшаманы уҡытыусыма минең һүҙҙәрем. Тәүҙә, шпаргалкаң ҡайҙа, тип партамды ҡарап килде, яуап биргән ҡағыҙымды тартып алды, өҫтәмә һорауҙар бирҙе, даһи цитатаһын яңынан ҡабатлаттырҙы. Ҡаушаным, ыҡ-мыҡ иттем, баһамды төшөрҙөм, ике-өс тапҡыр яңынан башланым, көс-хәл менән аҙағына еттем, тик, барыбер, ышандыра алманым. “4”-ле ҡуйып ебәрҙе.
Үҙең уҡығанды тиҙ генә белдерә һалырға түгел икән. Ошо имтихандан һуң ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте, әле булһа һабаҡ алғаным юҡ. Белгәнемде әйтәм дә ҡуям. Файҙаһы – юҡ, зыяны – күберәк.
Читайте нас: