XVIII быуат урыҫ әҙәбиәтен уҡытҡан Сара апай Тәкәева тураһында әйттем инде, мөмкинлек барҙа, ҡалғандарын да һағынып иҫкә аламын. Тутыя Әғзәм ҡыҙы, Данис Солтан улы, Булат Баҡый улы, Ишбулды Ғиниәт улы, Рәхим Фәтих улы, Харрас Йосоп улы, Валентин Айзекович һәм башҡаларҙы (кемделер иҫкә алмаһам, ғәфү итегеҙ) һабаҡташтар менән йыйылғанда иҫкә төшөрәбеҙ.
XVIII быуат әҙәбиәтенән имтихандарҙы еңел бирҙек. Хәлде һиҙәбеҙ, бик әҙерләнмәнек тә, шикелле. Үҙем, мәҫәлән, нисәгә биргәнемде хәтерләмәйем. Һабаҡташ дуҫым, Аҡдәүләттән Минебай, “4”-гә бирҙе. Ни өсөн онотмағанмын, сөнки уҡып бөткәнебеҙгә быйыл 40 йыл тула, әммә Минебай, осрашҡан һайын, ғорурланып һәм түштәрен киреп: “Мин XVIII быуат урыҫ әҙәбиәтен “4”-кә биргән кеше!” – тип иҫкә төшөрөп тора. Сәлих Ваһапов уҡыһа, ҡайнағаһына барып әйтер әле.
Үҙ фекеремдә ҡалам, XVIII быуатты өйрәнергә кәрәк, ләкин ул фән ул тиклем юғары талаптар ҡуйыуға, айырыуса, курстан күсермәй ҡалдырыуға лайыҡ түгел ине, тип уйлайым.