Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
6 Февраль 2020, 14:08

Төндәлектәр. Ҡәһәр һуҡҡан ХVIII быуат. Яҙмыштарҙы хәл иткән имтихан.

Өлкән курстыҡылар беҙгә һауалы төҫтә: “Уҡығыҙ, уҡығыҙ! Барыбер файҙаһы булмаясаҡ, бер-икәүегеҙ тороп ҡаласаҡ, икәү-өсәүегеҙ ҡыуыласаҡ”, – тип ҡурҡытып торғанда ла ҡалтырана-ҡалтырана белем эстәгән булабыҙ.

Йыш ҡына Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романын яңынан уҡып, ХVIII быуаттағы ваҡиғаларҙы ҡайтанан кисерәм һәм хәҙереге көндәргә әйләнеп ҡайтам.
Былтырғы яҙмаларымдың береһендә ХVIII быуат урыҫ әҙәбиәте хаҡында әйтә биреп ҡуйғайным. Сөнки юғары курстағылар беренселәрҙе ошо фән менән ҡоттарын осора торғайнылар.
Беренсе семестрҙа уҡыған урыҫ халыҡ ижадынан һуң (урыҫ фольклорын беҙ атай урынына күргән Иван Егорович Карпухин төшөндөрә торғайны) ХVIII быуат урыҫ әҙәбиәте иҫке славян теле менән ҡуша теш үтмәҫлек һымаҡ тойола ине. Ҡыҙыл күн тышлы ҡалын китапҡа беҙ ҡурҡыу ҡатыш ихтирам менән ҡарайбыҙ.
Өлкән курстыҡылар беҙгә һауалы төҫтә: “Уҡығыҙ, уҡығыҙ! Барыбер файҙаһы булмаясаҡ, бер-икәүегеҙ тороп ҡаласаҡ, икәү-өсәүегеҙ ҡыуыласаҡ”, – тип ҡурҡытып торғанда ла ҡалтырана-ҡалтырана белем эстәгән булабыҙ.
Ә Яңы йыл алдынан икенсе курстан биш студентты, ошо фәндән өлгәшмәгәндәре өсөн, беҙҙең курсҡа ҡайтанан төшөрөп ултырттылар. Беҙҙең төркөмдән икәү имтихандарҙы ла биреп тормай ҡайтып китергә мәжбүр булды. Ләкин ХVIII быуат әҙәбиәтенең ҡорбандары бының менән генә сикләнмәне. Ваҡиғалар ҡуйырғандан-ҡуйырҙы һәм онотолмаҫлыҡ фажиғә менән тамамланды...
Читайте нас: