Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
3 Февраль 2020, 15:37

Төндәлектәр. Азамат Юлдашбаевты күреп ҡалдым. Уға нимә булған, тиерһегеҙ.

Азамат Юлдашбаевты белмәгән кеше һирәктер. Уҡытыусы, шағир, прозаик, мөхәррир, баш мөхәррир һәм... эшҡыуар.

“Башҡортостан” гәзитендә һанаулы ғына йылдар уңышлы ғына эшләп йөрөнө лә барыһын аптыратып, баш мөхәррир вазифаһынан баш тартып, башкөлләй эшҡыуарлыҡҡа тотондо ла ҡуйҙы.
Хәҙер күптәр ҡыҙыҡһына, нисек эшләй, эштәре барамы. Бик бармаһа, ни ҡылырҙар икән, ҡайғырырҙармы, әллә ҡыуанырҙармы.
Бер көн үҙен күреп ҡалдым, һин дә мин эшләп йөрөй. Аҙ ғына үҙгәргән дә һымаҡ. Элек һәр ваҡыт гәзит эшенә күмелеп, аптыранып йөрөй ине, хәҙер йөҙө асылып, күҙҙәре нурланған һымаҡ. Элекке ҡырыҫ ҡына ҡарашлы Азамат Рәмил улы түгел инде. Күренеп тора: үҙ урынын тапҡан, ең һыҙғанып тотонған. Хәйер, телевизор аша ғына алған тәьҫораттарға таянып һөйләйем.
Әллә йәш үтте, әллә ҡартайып барам, Азамат һымаҡ егеттәргә һоҡланып бағам, мин тотонорҙай эш түгел һымаҡ. Азаматтың үҙ маҡсаты, үҙ “Мосафир”ы бар. Хәҙер шундай заман килде, һәр кешенең үҙ мосафиры булырға тейеш.
Ярай, бер барып сығырбыҙ әле. Ул йөҙө асылып, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән һыйпап яратҡан күндәрҙе беҙ ҙә тотҡолап ҡарарбыҙ. Риза булһа инде, әлбиттә.
Читайте нас: