Үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем, сөнки Фидан Сафа улының текә автомобиленә ултырып йөрөгән кешеләрҙең береһе мин. Уның автомобиле – “Шевроле Блейзер”, миңә ҡалһа, өйрәтелгән эт һымаҡ, хужаһы нимә әйтә, шуны эшләй. Фидан ағай руленә тотонор-тотонмаҫ ултырып ҡына йөрөй, күберәк һөйләй, хатта йырлап та ала. Был автомобиль үҙенең атаҡлы хужаһын шул тиклем ярата, уны һаҡлап, хөрмәт итеп йөрөтә, ҡыҫҡаһы, күҙенә генә ҡарап тора. Бындай тоғро автомобилдең хужаһына зыян килтереүе мөмкин түгел. Беләһегеҙме, уның номеры нисә? 777. Эйе, өс ете.
Хужаның әйтеүенсә, автомобиль шаҡтай иҫкергән, ләкин ул уны һатмаясаҡ. Үҙеңдең тоғро дуҫыңды нисек һатмаҡ кәрәк?
Минең: “Фидан ағай, ошо 777 һандары һеҙҙең автомобилегеҙҙән күпкә ҡиммәтерәк”, – тип әйтеүемде ул ҡыуанып ҡабул итте.
– Беләһеңме, ҡустым, – тине ул миңә, – ошо һандар мине һаҡлап йөрөтә.
Иҫән-һау булығыҙ, имен-аман йөрөгөҙ, Фидан Сафа улы!