Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
23 Декабрь 2019, 14:58

Төндәлектәр... Тыумаған балалар зыяраты.

1978 йылдың яҙында (март аҙағымы, әллә апрель баштарымы) Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтына Өфөнән Башҡорт дәүләт универститеты “шоңҡарҙары” килеп, “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге менән шиғыр кисәһе үткәрҙе. Мин ҡатнаша алманым, сөнки дауаханала ята инем. Иң тәүҙә ошо хаҡта.

1978 йылдың яҙында (март аҙағымы, әллә апрель баштарымы) Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтына Өфөнән Башҡорт дәүләт универститеты “шоңҡарҙары” килеп, “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге менән шиғыр кисәһе үткәрҙе. Мин ҡатнаша алманым, сөнки дауаханала ята инем. Иң тәүҙә ошо хаҡта.
Беҙҙең ятаҡтан бер нисә квартал аша, Николаев урамында, икешәр ҡатлы өс баракты ҡушып ҡоролған дауахана бар ине. Һуңыраҡ уны психоневрологик диспансер итеп үҙгәрттеләр.
Шулай итеп, мин дауаханала ятам, ҡәләмдәштәр тегендә шиғыр уҡый. Икешәр ҡатлы өс барактан торған дауахананың тәүгеһендә – ҡабул итеү, процедуралар бүлмәләре һәм башҡалар, икенсеһендә – мин дауаланып ятҡан терапия бүлеге, өсөнсөһөндә гинекология урынлашҡан. Ҡыҫҡаһы, ҡабул итеү бүлмәһе аша үткәс, беҙҙең бүлек аша ҡатын-ҡыҙҙар дауаланған өлөшөнә атларға кәрәк. Башҡа юл юҡ.
Хәҙер хәтерләмәйем, өс аҙна самаһы дауаландым, шикелле, совет дауаханаһы, ул осорҙорҙо күпме генә ҡәһәрләмәһендәр, кешенең һаулығын нығытыуға йүнәлтелгәйне. Беҙҙең бүлектә күпселек ир-ат, ә арғыһында, алда әйтеүемсә, тик ҡатын-ҡыҙ.
Һәр аҙнаның алдан билдәләнгән өс көнөндә беренсе барактан икенсе барак аша өсөнсөһөнә иртәнге 8-ҙәр тирәһендә 20-30-лап гүзәл зат операцияға, дөрөҫөн әйткәндә, ауырын төшөртөргә, үтә. Күпселек ир-ат был көндө көтөп ала, барак кордорына сығып, теҙелешеп баҫа һәм хор менән, үтеп барыусыларҙы һанай.
– Бер... Ике... Өс...
Әҙәпһеҙ хихылдашыу менән көсәйтелгән иҫәп алыу:
– Ҡара әле, мынауһы йәш кенә!
– Бынау әбейгә нимә ҡалмаған инде!
– Оһо! Ошоһо шәп бит! Ҡара, битен ҡаплаған була, – тигән һымағыраҡ репликалар менән оҙатыла.
Яҙғы бысраҡ мәл, ҡатындар бер ҡулдарына итектәрен, икенсеһенә – пальтоларын тотҡандар. Хихылдашыу күпселек осраҡта икенсе, йә өсөнсө тиҫтә башланғас тамамлана. Әйткәндәй, мин бер тапҡыр ҙа коридорға сығып, ҡарай алманым. Йә, таныштар осрап ҡуйыр, тигән шик тотто мине.
Ике-өс сәғәттән һуң ҡатындар ағымы тиҫкәре йүнәлештә башлана. Быныһы инде тәүгеһе түгел, күпкә ҡыҙғанысыраҡ һәм уҫалыраҡ. Бер ир үҙен бигерәк хаяһыҙ тота ине, үтеп барған ҡатынға өндәшеүе булды, тегеһе яраланған кеше һымаҡ:
– Мин бит һинең һымаҡтар арҡаһында ошонда килдем, ниңә минән көләһең? – тип итеге менән башына ҡундырҙы. Шау-шыу ҡупты. Табип килеп етте. Өлкән генә апай:
– Ниңә уларҙан көләһегеҙ? Һеҙ булмаһағыҙ, ҡатындар ошонда килер инеме? – тип һаһылдашҡан ирҙәрҙе әрләп алды.
Бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡайтырға сыҡҡас, әлеге Николаев урамы аша үтергә тура килде. Теге дауахана, аҙаҡ психоневрологик диспансер – юҡ икән. Емереп ташлағандар ҙа, торлаҡ төҙөйҙәр. Шунда һәр аҙна һайын әсәләре тарафынан тыуыу һәм йәшәү бәхетенән мәхрүм ителгән балаларҙы иҫкә төшөрҙөм. Ә ни өсөн әсәләре? Аталары ғәйеплерәк түгелме икән? Күптәр абортҡа матди хәлгә, аҡса юҡлығына һылтанып бара икән. Һәр хәлдә, социологтар шулай тип раҫлай. Әгәр атайҙар балаларын тәрбиәләп үҫтерерлек хәлдә түгел, дәүләт ярҙам итә алмаһа, тыуым нисек артһын?
...Ә көндөҙ шиғыр байрамы булырға тейеш ине. Мин дауахананан кисен ҡасып ҡына ҡайттым. Ун биш-егермеләп үҙем һымаҡ ҡәләм тибрәтеүсе Хәмит ағайҙың бүлмәһенә йыйылғайны һәм кемдеңдер араҡы, һис юғы, арзанлы шарап килтереүен көтә. Ғәҙеллек өсөн көрәшмәһә, өндәшмәй ҡалһа, Тамара буламы һуң инде! Апай менән Хәмит ағай араһында бәхәс ҡупты. Кем уйлаған, әлеге бәхәс олонан ҡубыр, ҡайһы бер яҙмыштарҙы емерер, уйҙырмаларға сәбәпсе булыр, кемдәрҙелер күтәрер, тип. Хәйер, был хаҡта 90-сы йылдарҙа “Өлкәндәр өсөн уйын” исемле мәҡәлә лә яҙғайным.
Бына, Николаев урамындағы өс барактан ғына юл алғайны, баш китерлек хәтирәләргә тарыны ла ҡуйҙы. Кем белә, ваҡыты етһә, бәлки ошо хаҡта тағы ла яҙылыр. Һәр хәлдә, аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡалдырғы килә. Ниңә ҡабаланырға? Ваҡыт барҙыр. Яҙған булһа, уныһы ла яҙылыр. Әле мине XVIII быуат борсой. Ҡәһәр һуҡҡан XVIII быуат! Башҡортто ҡырған, күпме ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы харап иткән шундай быуат булдымы икән?
Читайте нас: