Һикһәненсе йылдарҙа Ейәнсура районында һарыҡтар һаны кешеләргә ҡарағанда 3-4 тапҡыр күберәк ине. Шулай булғас, һарыҡтарға иғтибар ҙа күберәк. Бүреләр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ул яуыздар йыл әйләнәһенә халыҡты ла, һарыҡтарҙы ла йонсота торғайны.
Хәсән Назарға оҡшап торған матур һәм мөһәбәт парторг ағай машинаһын урынында зыйлатып әйләндереп, беҙ коммунизм төҙөү менән мәшәҡәтләнгәндә йөкмәп, утын ташып, бар эште юҡҡа сығарған ҡарсыҡтың донъяһын күрһәтеү өсөн саң туҙҙырып ауылға яңынан ыңғайланы.
Ҡәҙимге совхоз йорттары инде, шырпы ҡабы һымаҡ ҡына бәләкәй генә өйҙәр, әле лә күҙ алдымда, ап-ап итеп буялғандар.
Парторг геүләтеп машинаһын баяғы әбейҙең йорт-ҡураһы эргәһенә килтереп туҡтатты. Бәләкәй ҡапҡаны асып, эскә үттек. Элек ҡалалар эргәһендә “Гортоп” исемле канторалар була һәм ҡала халҡын утын, таш күмер менән тәьмин итә тоғайны. Ихата эсе шыплап утын, сыбыҡ-сабыҡ менән тултырылған һәм “Гортоп”тың бәләкәй һәм йыйнаҡ ҡына келәтен хәтерләтә ине.
– Бына Аня инәйҙең донъяһы, утыны һәм йәшәү шарттары, – тине Назаров юҡҡа рәнйетелгән кеше ҡиәфәте менән.
Утын өйөмдәренә ҡарап, мин нимә әйтергә лә белмәнем, сөнки утындарҙың байтаҡ өлөшө, күптән йыйылғанлыҡтан, үҙенең тәғәйен сифатын, йәки яныу һәләтен юғалтҡан, сүп-сарға әйләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, йорт хужабикәһе, пенсионер ҡарсыҡ бер минут та буш тормай, көн һайын, йыл әйләнәһенә эргәләге урмандарҙан сыбыҡ, утын ташый икән. Ул арала булмай, утынын һөйрәп, әбей үҙе лә ҡайтып етте.
– Мин ҡырҡмайым, йығылғанды алам, йығылғанды, – тип аҡлана башланы ул беҙҙе күргәс тә, – миңә кешенеке кәрәкмәй.
Аня әбей менән һөйләшкәндән һуң беҙ шуны асыҡланыҡ, ул заманында Ленинград блокадаһын кисергән, бөтә яҡындары үлгән, уны Башҡортостанға эвакуациялағандар һәм ошо ауылға килтергәндәр. Блокадалағы аслыҡ һәм өшөү уның үҙәгенә үткән. Бындағы тормошто ҡотолоу урыны түгел, ожмах, бер хәсрәтһеҙ йәшәү урыны сифатында ҡабул иткән. Һуғыштан һуң барлыҡ кешеләр үҙҙәренең тыуған ҡалаһына ҡайтып киткән, ә ул бында мәңгелеккә тороп ҡалған.
Ул оҙаҡ торманы, арҡанын күтәреп, яңынан урман яғына ыңғайланы.
Ошо хаҡта элек тә бер нисә тапҡыр ҡәләмдәштәргә һөйләп ҡарағайным, әҙер драма, ниңә яҙмайһың, тинеләр. Икенселәр телевидение өсөн әҙер материал, тип раҫланы.
Әле бына Фәтих ағай менән Аня инәй иҫкә төштө. Байыш яғы кешеләре осраһа, Назаров хаҡында ла һорашам. Үҙҙәрен хәтерләүселәр бар әле. Йәндәре йәннәттә булһын!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша бит, ҡәһәрле һуғышҡа уларҙың туранан-тура мөнәсәбәте бар. Үҙҙәрен бер иҫкә алайыҡ!