Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
7 Ноябрь 2019, 11:11

Төндәлектәр... Сит ил хәбәрселәренә Талха Ғиниәтуллиндан нимә кәрәк?

Бәлки күптәр белмәйҙер, Бөйөк Еңеү көндәре яҡынлашыу менән сит ил хәбәрселәре Талха Ғиниәтуллин менән осрашырға теләп телефондан шылтырата башлай. Иң ҡыҙығы шул, хәбәрселәр яҙыусының популяр булыуын белә, ижады менән таныш һәм уның хаҡында төрлө темаға әңгәмәләшергә әҙер.

Әйтергә кәрәк, Талха ағай үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ул бик белемле, мәғлүмәтле, һәр ваҡиғаға ҡарата уның үҙ фекере бар. Сит ил хәбәрселәренең дә нимә көҫәүҙәре уға көн элгәре мәғлүм. Ярай, Рәсәйҙә билдәле яҙыусының ниндәй шарттарҙа йәшәүен күрерҙәр, видеоға төшөрөрҙәр һәм бар донъяға фаш итерҙәр. Талха ағай быныһын ғына күтәрер, ләкин осрашыуҙың аҙаҡтан донъя күрә торған йөкмәткеһе лә бар бит әле. Мәҫәлән, хәбәрселәр яҙыусыға ниндәй һорауҙар бирәсәк? Үкенескә ҡаршы, бөгөн мәғрифәтле һәм мәҙәниәтле Европаны үҙен азат итеүсе СССР халыҡтарының батырлығы һәм ҡаһарманлығы ҡыҙыҡһындырмай. Ана, Көнсығыш Европа илдәре азат итеүселәрҙең һәйкәлдәрен емерә, ҡәберлектәрен мәсхәрә итә һәм кисәге азат итеүселәрҙе “оккупанттар” тип йәберләй.
Хәбәрселәр фронтовик яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәрендә урын тапҡан сетерекле мәсьәләләрҙе аныҡлабыраҡ һөйләүен, үҙҙәренсә яңыртыуын теләй. Мәҫәлән, Польшала, йәки Германияла ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе нисек хәл ителде, һәм башҡалар. Хәбәрселәрҙе Польшаны азат иткәндә генә 600 мең совет һалдатының һәләк булыуы түгел, поляк ҡатындарына мөнәсәбәт ҡыҙыҡһындыра.
Эйе, яҙыусының ижадында бындай миҫалдар ҡайһы ваҡыт урын таба, ләкин улар төп тема түгел, совет һалдаттары ғүмерҙәрен, мажаралар эҙләп, ҡорбан итмәгән, улар Европа халыҡтарын азат итеү өсөн миллионлап һәләк булған.
Яугир яҙыусы тап шуның өсөн дә хәбәрселәр менән осрашыуҙан баш тарта һәм, минеңсә, дөрөҫ эшләй. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Читайте нас: