Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
5 Ноябрь 2019, 13:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Талха Ғиниәтуллин һағынып, Уразына ҡайтҡайны. Ҡыйын, әгәр көткән кешең булмаһа.

Төндәлектәр... Талха Ғиниәтуллин һағынып, Уразына ҡайтҡайны. Ҡыйын, әгәр көткән кешең булмаһа.

Юлға сығыуыбыҙ хаҡында ишеткәс, тынғыһыҙ Минзәлә Шөғәйепова алдан уҡ шылтыратып ҡуйҙы: “Туп-тура үҙебеҙгә төш, мин булмаһам, Фитрат ағайың өйҙә. Шунан күмәкләп Талха ағай янына барырбыҙ”.
Рәхмәт яуғырҙары, көтөп торғандар. Тышҡа уҡ тәмле аш еҫтәре тарала. Минзәлә менән Фитрат ағай уңған инде, Уразда еренә еткереп, йәшәйҙәр. Ул арала булмай, кәстрүл-тәрилкәләрен тейәп, Талха ағай эргәһенә ҡуҙғалдыҡ.
Беҙ килеп төшкәндә халыҡ яҙыусыһы ярты күнәк һыу менән өйө яғына ҡыштырлай ине. Беҙҙе күргәс, күнәген ултыртты. Таныны, онотмаған. Өйөнә индек, һыуға һоло бутҡаһы бешереп аҙаплана. Беҙҙе һыйланырға саҡырҙы. Ул арала булмай, уңған еңгәбеҙ үҙенең һый-хөрмәте менән өҫтәл тултырҙы. Талха ағай маҡтай-маҡтай, бер тәрилкә ашаны, етмәне, тағы һораны, барыбер етмәне, ашап бөттөк. Уңайһыҙ, ләкин халыҡ яҙыусыһы үҙ ауылында аслы-туҡлы йәшәй ине. Минзәлә: “Үткән-һүткәндә ҡалдырып китәм, ләкин етәме һуң инде”, – тине, аҡланғандай.
Ураздар – егәрле халыҡ. Күптәр өйҙәрен ҡала шарттарына оҡшатып, барлыҡ уңайлыҡтары менән төҙөй. Күптәрҙең туалеты ла, ваннаһы ла өйҙә, газ-һыу үткәрелгән. Халыҡ яҙыусыһының иҫке йортонда электр утынан башҡа бер цивилизация емеше лә юҡ.
Шул йылдарҙағы урындағы хакимиәт башлығы беҙ осрашҡан көндө ниңәлер айныҡ ине, күҙҙәремә туп-тура ҡарап: “Ауылда газ да, һыу ҙа юҡ”, – тине һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин өсөн төҙөләсәк йорттоң саң баҫып бөткән проектын килтереп сығарҙы. Мин, бер ҡатлы, ауылда газдың да, һыуҙың да юҡлығына, хатта йорттоң төҙөлөрөнә ихлас ышандым.
Алдандым, барыһы ла элеккесә, ауылда газ да, һыу ҙа электән бар икән. Халыҡ яҙыусыһына өй төҙөү ҙә берәүгә лә кәрәкмәй.
Ә яҙыусы һалҡын фатирында йәшәү өсөн көрәшә һәм үҙенең иң һуңғы хыялын тормошҡа ашырырға теләй.
Читайте нас: