Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
27 Октябрь 2019, 23:22

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Иҫән-һау бул инде, Ғәззә инәй. Өлкән йәштәгеләрҙең ныҡлығына хайран ҡалырһың.

Төндәлектәр... Иҫән-һау бул инде, Ғәззә инәй. Өлкән йәштәгеләрҙең ныҡлығына хайран ҡалырһың.

Тыуған ауылым Ҡабыҡҡыуышҡа ҡайтҡан һайын әсәйемдең әхирәттәрен барлап, хәйер ҡалдырам. Ғәззә инәйҙе онотҡаным юҡ. Иң тәүҙә уның хәлен белешәм.
– Ғәззә инәйең ауырып тора, – тине апайым. Күберәк ятып тора икән хәҙер.
Ауырыйҙыр шул, 95 тула бит. Ғүмер буйы эш менән булды, хәҙер ауылымдың иң өлкән йәштәге кешеһе, ауырымай ҙа булмаҫ. Өфөгә ҡайтҡас, Әнүәр ағай Абдрахманов менән осраштыҡ, ауыл хәлдәрен барланыҡ, һүҙ араһында: “Ғәззә инәй сирләп тора икән”, – тинем. Ғәззә инәй Әнүәр ағайға еңгә тейеш. Тик ағайым еңгәһенең сирләүенә бер ҙә аптыранманы.
– Мин етеләме, һигеҙҙәме уҡығанда, 60-сы йылдар булғандыр, Ғәззә еңгәң сирләй, тигәйнеләр, еңгәм шул ваҡыттан бирле сирләй, шикелле. Үҙе, нисә ҡарама, эш өҫтөндә. Ҡулынан һәнәк, тәпке, көрәк төшкәне юҡ, – тип ихлас ғәжәпләнеүен белдерҙе Әнүәр ағайым.
Ысынлап та, беҙҙең ауылда Ғәззә инәй һымаҡ егәрле кеше бармы икән? Сирләйем, тип торманы, колхозда нисәмә гектар сөгөлдөр утаны, бесән ташыны, йөҙҙәрсә тонна иген елгәрҙе. Әрһеҙ, егәрле инәй Ғәбделхай бабай менән татыу ғүмер кисерҙе, бынамын тигән ҡыҙҙар, малайҙар үҫтерҙе. Әнүәр ағай ҙа дөрөҫ әйтә, Ғәззә инәй сирләп тә алғандыр, эшен дә ҡалдырмағандыр.
Шулай шул, һуғыш йылдарында иң ауыр эштәрҙе башҡарған инәйҙәрҙең ныҡлығына хайран ҡалырһың.
Ни хәл итәһең, ике аҙна элек Әнүәр ағай ҙа мәңгелеккә күсеп ҡуйҙы.
Ғәззә инәй ҡәйнешенең вафатына бик ныҡ ҡайғырған икән. Иҫән-һау бул, Ғәззә инәй! Улдарыңды, ҡыҙҙарыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде ҡыуандырып йәшә әле!
Читайте нас: